Кейемеңә ҡарап таныйҙар22.08.2017
Кейемеңә ҡарап таныйҙар “...Америка урамдарының береһендә кәмитсе ҡыҫҡа итәкле ҡыҙ янына килеп: “Һеҙҙе бер төнгә мөмкинме?” – тип һорай. Ҡыҙ ғәрләнеп: “Һеҙ мине кем тип беләһегеҙ?” – тип асыулана. “Беләһеңме, әгәр ҙә миңә полицияла эшләгән ҡатын-ҡыҙҙың ярҙамы кәрәк булһа, мин уны кейем формаһына ҡарап таныйым. Табип ҡатын-ҡыҙ ҙа ихтирам тойғоһо уята, ашнаҡсыға, уҡытыусыға ла оло хөрмәт менән ҡарайым, сөнки мин уларҙы кейемдәренән таныйым. Тик әгәр ҙә һин “төнгө күбәләк” түгелһең икән, ниңә уның ише кейемдә йөрөйһөң?..”
Ҡатын-ҡыҙҙар, үҙегеҙҙең асылығыҙға ярашлы итеп кейенегеҙ. Бөгөн Интернет селтәрендә, хатта үҙебеҙҙең таныштар араһында ла иҙеүе асыҡ һәм ҡыҫҡа күлдәктә йә һыу ингән кейемдә төшкән фоторәсемен бөтә халыҡҡа күрһәтеп ҡуйғандар бар. Ҡыҙыҡ, күптәре үҙҙәрен һоҡланғыс матурлыҡҡа эйә аҫыл зат кеүек хис итеп, башҡаларҙан да юғары баһа, иғтибар көтә. Тик үҙен ихтирам иткән, ысын мәғәнәһендә матур ҡатын-ҡыҙға бындай сифаттар хас түгел. Гүзәл ҡатын-ҡыҙ – үҙен сит-ят күҙҙән һаҡлаусы, йөҙөнә ипле макияж, сәсен матур тараған, бөхтә, шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле кейемдәге инсафлы зат. Үҙ йортонда ул – батшабикә һәм ҡупшы кейемдәге һөйкөмлө ҡатын.
Бөгөн йәмғиәттә заманса йырҙар, кинофильмдар, яһалма матурлыҡ өлгөләре аша осһоҙ һәм түбән образдар пропагандалана. Тик ысын мәғәнәһендә һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да үҙен ғәм алдына сығармаясаҡ. Бер минутҡа үҙегеҙҙең йөҙ-ҡиәфәтегеҙгә күҙ һалып, ниндәй ҡатын-ҡыҙ булыуығыҙҙы танырға тырышығыҙ. Ихтирам да, иғтибар ҙа һеҙҙең әҙәп-матурлыҡҡа лайыҡлы бирелгән баһа булһын.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад