Хоҙай ҡушмаһа, япраҡ та һелкенмәй22.08.2017
Беҙ юғары мөмкинлектәр заманында йәшәйбеҙ. Кемдер эш юҡ тип зарланһа, бәғзеләр йыбырлап йөрөп юҡтан ғына уныһын-быныһын булдырып, һатыу итә. Сереп байып китмәгәндә лә, бөгөнгөнө, хатта иртәгәне тәьмин итерлек мөмкинлектәре бар. Шундай эшлекле кешеләрҙе күрһәтеү, яңы ғына тотонған саҡтағы хаталар, уларҙы булдырмау саралары һәм башҡалар тураһында һөйләшеп алырға булдыҡ, сөнки был – бөтәһе өсөн дә көнүҙәк мәсьәлә.
Нимә ул аҡса? Википедиянан ҡараһаҡ, унда ошондай аңлатма бирелә: “Аҡса – ул тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең хаҡын билдәләгән үҙенсәлекле тауар”. Тауар! Ә бәхет түгел. Аҡсаға мөнәсәбәтебеҙ нисек? Ишеткәнегеҙ бармы, ҡайһы бер кешеләр аҡса тураһында уйламай ҙа, ә аҡса уларға үҙе йәбешә. Ғәҙәттә, заманса тел менән әйткәндә, ундайҙар – уңышлы кешеләр. 
Беләһегеҙме, был донъяла һәр нәмә энергиянан тора. Беҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килгәнбеҙ. Йәнһеҙ әйберҙәрҙең дә, хатта таштарҙың да энергияһы бар. Ҡайһы бер таштарҙың күҙ тейеүҙән, сихырҙан һаҡлауы мәғлүм. Шуның кеүек, аҡсаның да энергияһы була. Шуға күрә уға йылы мөнәсәбәт булырға тейеш. Байлыҡ аҡса һаҡлаған янсыҡтан башлана, тип әйтеү ҙә дөрөҫтөр. Йыбанмай ғына унда күҙ һалығыҙ әле: ул ниндәй хәлдә? Белгестәр уны йыл һайын яңыртып торорға саҡыра, ҡыҙыл төҫтәге янсыҡтарҙың аҡсаны “тартыу” көсөнә эйә булыуы тураһында ла иҫкәртә. Ышанған кешегә был да мөһимдер, бәлки. Уның эсенә күҙ йүгертәйек әле: аҡсабыҙ тигеҙ генә тәҫләп, ҙур һанлынан бәләкәйгә, беҙгә “йөҙө” менән һалынғанмы? Унда артыҡ ҡағыҙҙар, чектар ятырға тейеш түгел. Янсығыбыҙ ҡый һауыты түгел, ә аҡса йорто. Матур өйгә үҙенән-үҙе инге генә килеп тора, шулай бит?
Тағы бер ҡағиҙә барлығын оноторға ярамай: күңелгә ҡәнәғәтлек килтергән эш менән шөғөлләнгәндә, тәндәр арығанда ла йәнебеҙ ҡыуаныс кисергән саҡта ғына аҡса тигән эквивалент “тауар” һиңә үҙенән-үҙе ағылып торасаҡ. Кемдер көнө-төнө: “Аҡса эшләргә кәрәк!”, “Нисек аҡса эшләргә?” тип көсөргәнә икән, энергия ҡануны буйынса байлыҡ, киреһенсә, унан алыҫлаша. Тимәк, уны беҙ ҡағыҙ киҫәге тип кенә түгел, тере йән эйәһе кеүек күрергә тейешбеҙ.
Мәғлүм булыуынса, Хоҙай Тәғәлә ҡушмаһа, ерҙә япраҡ та һелкенмәй. “Ә ниңә улайһа намыҫһыҙ юл менән байығандар һаны арта?” – тигән һорауҙар ҙа яңғырар, моғайын. Улар күңел кинәнесенән аҡса эшләйме икән, әллә уғрылыҡ, хатта кеше талау юлы менәнме? Алла һаҡлаһын! Бындай ысул менән килеп ингән аҡса тиҙҙән икеләтә-өсләтә сығып китәсәк йәки һаулыҡҡа зыян киләсәк. Үҙе кеше талағанды ҡасандыр кемдеңдер талап китеүе лә ихтимал түгелме ни? Ә беҙ күңел кинәнесе менән аҡса эшләргә өйрәнәйек. Һәм беҙгә кемдең нисек байыуы мөһим түгел, әйҙә, үҙҙәренсә байый бирһендәр! Беҙгә лә үҙ өлөшөбөҙ, аҡмаһа ла, тамыр.
Аҡса күҙлегенән ҡарағанда, һәр эш, ғәмәл – тауар. Яңыраҡ “Ҡымыҙ-брейк” мәғариф форумында Сибай ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар – “Опора России” Урал аръяғы бүлексәһе директоры, эшҡыуар Игорь Васючкин һәм “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес-үҙәге директоры Айнур Ишмөхәмәтов йәштәргә аҡса эшләү юлдарын өйрәтте. Мәҫәлән, бер егеттең велопрокат хеҙмәте күрһәткеһе, икенсеһенең телефондарҙы алып-һатыу менән шөғөлләнгеһе килә, ә бер ҡыҙ сумкалар тегергә ярата. Белгестәр ошо шөғөлдәр араһынан ҡыҙҙың эше генә шәпкә китәсәген фаразланы, сөнки тәүге ике егеттең шөғөлө ваҡытлыса ғына. Мәҫәлән, велопрокат – миҙгелле эш, кешеләр йәйгеһен генә ҡуртымға велосипед алып йөрөйәсәк. Ә телефонды һатып алыу – клиент табыу-һатыу бер циклды тәшкил итә, уны башҡарғандан һуң ғына килем килә. Ә теге һылыуҡай үҙе даими көс түгә – туҡтауһыҙ сумкалар тегеп тәҡдим итә, уның клиенттары үҙенә һәм бүләккә һатып алып торасаҡ. 
Шулай итеп, беҙ нимә һата алабыҙ? Шул турала ныҡлап уйланырға кәрәк. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһында йәшәгән ҡустым йырҙарға аранжировка эшләү, “плюсовкалар” әҙерләү һәм башҡа мин белмәгән шөғөлдәр менән оҙаҡ йылдар етди шөғөлләнә, даими клиенттары бар. Үҙенең сайтын эшләп, ул йыш ҡына акциялар иғлан итеп, тағы ла күберәк клиенттарҙы йәлеп итә. Заказдарҙың йәй, көҙ айҙарында күп булыуын иҫәпкә алғанда (ғәҙәттә, кешеләр туйға йыр яҙҙырыуҙы һорап килә), ошо айҙарҙа (төп һөнәре – уҡытыусы, йәйге ялды тулыһынса ошо шөғөлгә арнай) байтаҡ аҡса “һуғып” ҡала. Нефтселәр ҡалаһы булған Октябрьскийҙа өс бүлмәле фатирҙы ипотека кредитына алып, ике йыл эсендә бурысын түләп бөтөп килеүе лә уның дөрөҫ юлда булыуын иҫбатлай. Шулай итеп, был күренеш – яратҡан шөғөл менән аҡса эшләүҙең асыҡ миҫалы. Бындай эште тотороҡло тип әйтеп булмай, әммә заказдарҙан алынған килем иш янына ҡуш. 
Сереп байымаһаҡ та, яратҡан шөғөлөбөҙ “икмәк-тоҙлоҡ” килем килтерергә тейеш. Шулай бит? Заман менән йәнәш атларға өйрәнәйек!


Вернуться назад