Сит телде лагерҙа өйрәнәләр18.08.2017
Сит телде лагерҙа өйрәнәләрАхун ауылы эргәһендәге “Йәйғор” муниципаль һауыҡтырыу лагерында йыл һайын 7 – 15 йәшлек йөҙәрләгән бала ял итә. Лагерға 1987 йылда нигеҙ һалынған, ул матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, тирә-яғын мөһабәт ҡарағайҙар уратып алған, эргәлә генә күл йәйрәп ята.
Көрсөк заманында илебеҙҙә күп кенә лагерҙарҙың хәле мөшкөлләнде, сөнки уларҙы тәьмин итеү өсөн сығымдар кәрәк ине. Шуныһы ҡыуаныслы: әле һауыҡтырыу учреждениеһы Учалы районы хакимиәте һәм Туризм үҙәге ярҙамында финанслана, һәр яҡлап төҙөкләндерелә, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Әлбиттә, был йәһәттән лагерь коллективының да хеҙмәте ҙур. Етәксеһе, ҡалалағы 5-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Мәғәсүмова эшенә яуаплы ҡарай.
Лагерь өс сменала эшләй, икеһе – линг­вистик йүнәлештә, береһе – туризм буйынса. Иң мөһиме, инглиз телен балаларға сит ил студенттары өйрәтә. Мәҫәлән, беренсе сменаға вожатыйҙар итеп Һиндостандан стажерҙар Хеппи менән Манджитты саҡырғандар. Бөгөн улар эшҡыуар һәм инженер һөнәрҙәренә уҡып йөрөй. Икенсе заезда иһә балалар менән Ҡытайҙан килгән 20 йәшлек Ваен һәм Дэйзи шөғөлләнә. Улар “Йәйғор”ға Халыҡ-ара студенттарҙы алмашыу селтәре тәжрибәһе буйынса килгән. Тәүҙә Өфөлә белемдәрен арттырыу маҡсатында махсус курс үткәндәр, сөнки балалар менән эшләү ҙур яуаплылыҡ талап итә, ҡыҙ һәм малайҙарҙың ялын хәүефһеҙ уҙғарыу төп бурыс булып тора.
– Рәсәйҙе ысын күңелдән хөрмәт итәбеҙ. Быға тиклем рәсәйҙәрҙең бөтәһе лә оҙон буйлы, көслө кешеләр тип уйлай торғайным. Бында килгәс, тәүҙә аптырап ҡалдым. Араларында төрлөһө бар икән, тәпәше лә, бейеге лә тигәндәй. Тәү сиратта кешеләрҙең ябайлығы, ярҙамсыл булыуҙары ғәжәпләндерҙе. Хәтеремдә, Мәскәүҙә йөрөгәндә аҙаштыҡ, шуға ҡарамаҫтан, кешеләр, инглиз һәм ҡытай телдәрен белмәһәләр ҙә, беҙгә кәрәкле урынға барырға ярҙам итеп ебәрҙе. Төбәгегеҙ хозур, балалар көләс һәм ҡыйыу. Ҡытайҙа, бала һорауға яуап бирә алмаһа, шымып ҡала, ҡыҙыҡһынмай, ә һеҙҙең ҡыҙ һәм малайҙар үҙаллы, яңылышһалар ҙа, эҙләнеүҙән туҡтамай. Улар менән эшләүе беҙгә лә ҡыҙыҡ, күп нәмәгә өйрәтергә тырышабыҙ, үҙебеҙ ҙә уларҙан белмәгәнебеҙҙе өйрәнәбеҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ҡытай вожатыйы Ваен.
Икенсе сменала ял итеү тамамланды. Ошо осорҙа 56 бала һаулығын нығытып, йәйге каникулын файҙалы итеп үткәргән. Инглиз, рус теле дәрестәре, актерлыҡ һәләтенә, хәрби эшкә өйрәнеү, төрлө ижади конкурстар уҙғарыу, экскурсияларға йөрөү, шул иҫәптән Ахун ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында булыу, 1870 йылда төҙөлгән мәсетте күреү, менгирҙарға сәйәхәт, күлдә һыу төшөү, киске дискотекалар балаларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Әле лагерҙа 21 көнлөк туристик заезд старт алды. Был юлы балалар туризм нигеҙҙәре менән танышасаҡ, сәйәхәттә үҙеңде нисек тоторға, усаҡта аш беше­рергә, туристик ҡорамалдар менән эш итергә өйрәнәсәктәр.
Күреүебеҙ­сә, “Йәйғор” лагерында ял итергә теләүселәр йылдан-йыл арта бара. Шуны иҫәпкә алып, район хакимиәте етәкселеге киләһе миҙгелгә яңы корпустар төҙөргә ниәтләй, балаларҙың йәйге ялы өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу маҡсаты ҡуйыла.

Әлиә ДАУЫТОВА.

Учалы районы.


Вернуться назад