Мөрәжәғәт ваҡытында ҡаралһын12.04.2012
Республика Прокуратураһы Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтарында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибен боҙоуҙы асыҡланы.
Башҡарма власть органдарының вазифалы кешеләре тарафынан мөрәжәғәттәрҙе ҡарауҙың закон менән билдәләнгән 30 көнлөк срогын үтәмәү хаҡында һүҙ бара. Айырым мөрәжәғәттәр буйынса тотҡарлыҡ ике аҙнанан ашыу тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр республика Прокуратураһында. Ҡайһы бер мөрәжәғәттәр буйынса бөтөнләй яуап ебәрелмәгән.
Прокурор тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының өс урынбаҫарына, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫарына ҡарата административ эш ҡуҙғатылды. Уларҙы суд органдары ҡараясаҡ.
“2010 йыл менән сағыштырғанда былтыр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына килгән мөрәжәғәттәр һаны 30 процентҡа, документтар әйләнеше 20 процентҡа артты. Уларҙың күпселеге буйынса, урынға барып үҙидара органдар һәм идарасы компаниялар менән берлектә ентекле тикшереүҙәр үткәрелгәнгә күрә, күп кенә мәсьәләләрҙе оҙаҡ ҡарарға тура килә”, — тигән аңлатма бирҙеләр был министрлыҡта.
— Былтыр 3721 яҙма мөрәжәғәт, ә быйыл 1 ғинуарҙан 30 мартҡа тиклем 1168 мөрәжәғәт килде, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
Прокурор тикшереүе һөҙөмтәләре министр үткәргән оператив кәңәшмәлә бөтә хеҙмәткәрҙәргә еткерелде. Бынан тыш, семинар-кәңәшмә уҙғарыласаҡ. Уларҙа вазифалы кешеләр тарафынан граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибен билдәләгән ҡануниәт нормаларын боҙоу осраҡтары ҡараласаҡ.
Ғәлиә НӘБИЕВА.
“Башинформ”.


Вернуться назад