Үҙҙәре өсөн генә түгел, башҡаларға ла ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләүселәр арабыҙҙа бихисап. Улар быны ғәҙәти күренеш тип ҡабул итә, әллә ни маҡтауҙарға дәғүәләмәй, изгелек орлоҡтарын яҡын-тирәләгеләргә артабан сәсеүен дауам итә. Нефтекаманың Ташкин ауылында йәшәүсе Азалия менән Николай Гайнцевтарҙы нәҡ шундайҙар рәтенә индерер инем. Ҡалаға килеүселәр оло юл сатынан йыраҡ булмаған буш майҙансыҡта урынлашҡан уйын ҡаласығына мотлаҡ иғтибар итә. Ундағы ҡоролмаларҙың башлыса ҡулдан эшләнеүе шунда уҡ күҙгә ташлана. Был алда телгә алынған Гайнцевтарҙың ихата алды. Хужабикәнең тәҡдим-теләген ир-ат ҡулдары тулы һәм матур ысынбарлыҡҡа әйләндергән. Бында ел тирмәненең ағастан эшләнгән күсермәһе һәм әкиәт геройы һынынан башлап бер нисә төр бәүелсәк, беседка, таусыҡ, сабыйҙарҙы уйнағанда ҡояш нурҙарынан һәм ямғыр тамсыларынан һаҡларлыҡ япмалы (урыҫса — грибок) ҡомлоҡ бар. Бөтә был ҡорамалдар хәҙер кибеттәрҙә иркен һатылған материалдарҙан һәм ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән яһалған. Автомобилдең күптәр төрлө маҡсатта бик йәтеш ҡулланған иҫке шиндары ла эшкә ярап ҡалған. Теләк һәм оҫталыҡ һөҙөмтәһе яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүсе бала-саға өсөн шатлыҡ һәм ҡыуаныс алып килгән. Бында малай һәм ҡыҙсыҡтарҙың шат тауыштары, күп ауылдарҙағыса, киске эңер сәғәттәренә хәтлем тынмай.
Азалия менән Николай ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Йәш һәм уңған ҡатын тиҙҙән өсөнсө бала алып ҡайтырға йыйына. Хеҙмәт эшмәкәрлегенә килгәндә инде, йәштәр, ең һыҙғанып, ғаилә бизнесы менән шөғөлләнә. Уның оҙон тарихлы икәнен айырып әйтергә кәрәк. Азалияның әсәһе, сығышы менән Тәтешле районының Сараштыбаш ауылынан булған Ирина Әғәләм ҡыҙы, ҡалала тәүгеләрҙән булып шәхси эшҡыуар булып теркәлә һәм ҡош-ҡорт үҫтереүгә тотона. Бөгөн улар бергәләшеп йыл әйләнәһенә бер нисә йөҙ баш күркә, өйрәк, ҡаҙ, күркә-өйрәк (урыҫса индоутка тиҙәр) ҡарай. Әүҙемдәргә бар яҡтан да уңыштар теләргә генә ҡала. Афарин улар!