Бер ояның ике нигеҙ ташы18.08.2017
Бер ояның ике нигеҙ ташыАллаһ Тәғәлә барлыҡ йән эйәләрен дә парлы итеп яралтҡан. Нәҫел-ырыуҙы һаҡлау, дауам итеү – Исламдың иң изге ҡағиҙәләренең береһе. Шәриғәт ҡанундары буйынса, бер-береһенә ят булған ике кеше өйләнешеп, никах уҡытып, ғаилә ҡора. Улар бер-береһенә терәк булып, атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең нәҫелен донъяла дауам итә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт үҙенең бер хәҙисендә өйләнеүҙең сауаплы эш икәнен былай дәлилләй: “Дин буйынса өйләнгән кеше диндең яртыһын тамамлаған булыр. Икенсе яртыһы өсөн дә Аллаға һыйынһын, Аллаға таянһын”.
Ғаилә – ир-ҡатын, ата-әсә, балалар һәм яҡындарҙан торған йәмғиәттең исемелер. Йәмғиәттең иң бәләкәй ағзаһы ла ғаиләлер. Кеше уның яҡындарына ҡарата вазифаларын иң әүәл үҙенең йәмғиәтендә өйрәнә. Ата-әсә – ғаилә усағының ике нигеҙе. Был нигеҙ, билдәле булыуынса, кешеләрҙең өйләнеүе менән ҡорола. Шуның өсөн дә Исламда өйләнеүҙең әһәмиәте ҙур. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә: “Өйләнегеҙ, ишәйегеҙ, сөнки мин Ҡиәмәт көнөндә башҡа өммәттәргә ҡарағанда һеҙҙең күп булыуығыҙ менән ғорурланырмын”, – тигән. Милләттең иң ҡиммәтле һәм һәр яҡтан яҡшы йәшәүе ошоға бәйлелер. Инсан мохтаж булған иреклекте, рәхәтлекте, тыныслыҡты, иң мөҡәддәс һөйөү һәм шәфҡәт хистәрен әсә ҡарынында, атай тәрбиәһендә алыр. Етди сәбәп булмайынса өйләнмәүселәр шәхси һәм инсани вазифаларынан ҡасҡан һаналыр, сөнки кеше үҙенең намыҫын, тәбиғәт биргән тәғәйенләнешен өйләнеү, кейәүгә сығыу менән генә һаҡлай ала.
Ир – ғаилә башлығы. Ул бөтөн йорт эштәрен башҡарып, ҡарап, өйҙөң, ғаиләнең ихтыяждарын тәьмин итергә тейеш. Ғаиләлә ир үҙенең ҡатынына ҡарата һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә булһын. Мәрхәмәтлелек, ярҙамсыллыҡ – уның асылы. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә: “Ҡатындарға хөрмәт күрһәтмәүселәр, уларға насар мөнәсәбәттә булыусылар – бик яман кешеләр”, – тигән.
Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә сәләмәт, таҙа мөхит булдырыу, ирен ғаилә башлығы итеп таныу, һөйөү, ихтирам күрһәтеү, балаларҙың иҫән-һау тәрбиәләнеүенә, белемле булыуына ныҡ иғтибар биреү, ирҙең тапҡанын әрәм-шәрәм итмәү, өйҙә тәртип, бөхтәлек булдырыу өсөн яуаплы. Хәләл ефетенең дәрәжәһен күтәреү ҙә – гүзәл зат вәкиленең бурысы. Хәҙистә: “Ҡиәмәт көнөндә ҡатын-ҡыҙҙан намаҙ уҡыуы, унан һуң иренә буйһонған булыу-булмауы, үҙен итәғәтле тотоуы һораласаҡ. Намаҙ уҡыған, ураҙаһын тотҡан, намыҫын хәрәмдән һаҡлаған ҡатындың урыны – ожмахталыр”, – тип әйтелә. Пәйғәмбәребеҙҙең икенсе хәҙисендә: “Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында”, – тиелә. Мәғрифәтсе, ислам белгесе Ризаитдин Фәхретдин ҡатын төшөнсәһенә түбәндәге аңлатма биргән:
“Ҡатын – иренең тереклек иптәше.
Ҡатын – иренең йортона хужа булыусы, уның малдарын һаҡлаусы, балаларға тәрбиә биреүсе.
Ҡатын – ирҙең күңелһеҙ үә ҡайғылы саҡтарында йыуатыусы, кәйефен күтәреүсе.
Ҡатын мал түгел, оҡшаһа – аҫралып, оҡшамаһа, баҙарҙа һа­тылмаҫ.
Ҡатын – тормош юлдашы, ғүмерлек иптәштер”.
Исламда, ғөмүмән, ғаилә төшөн­сәһе юғары баһалана. Бер ояның ике нигеҙ ташы булған ир менән ҡатын бер-береһенә бәйләнешле хоҡуҡ вазифаларын яҡшы белһә, ғаилә усағы бәхет һәм шатлыҡ сығанағы булыр.


Вернуться назад