Исемдәрең матур, уны кемдәр ҡуйған?18.08.2017
– Ҡыҙыма ете йәш тулып, мәктәпкә төшөргә ваҡыты еткәйне, исемем оҡшамай, икенсене ҡушайыҡ, тип уйға һалды. Исем алмаштырыуға дин нисек ҡарай?
Л. ҒӘЗИЗОВА.
Бөрйән районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә кешене тереклектәге барлыҡ йән эйәһенән күркәмерәк итеп яралтҡан: уға аҡыл, зиһен, ғилем биргән, иң яҡшы ризығын насип иткән, тоғро юлдан барһын өсөн динен ебәргән. “Шуның өсөн дә әҙәм балаһы һәр яҡтан матур булырға тейеш: холоҡ-фиғеле лә, йөрөш-торошо ла, кейеме лә, исеме лә, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Ата-әсәһенең балаһына биргән иң ҙур бүләктәренең береһе – исем. Ҡиәмәт көнөндә лә уны әйтеп саҡырырҙар”.
Бөйөк шәхестәребеҙҙе алып ҡараһаҡ, мәҫәлән, Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Арыҫлан Мөбәрәков, Мәжит Ғафури, Мифтахетдин Аҡмулла исемдәрендә бөйөк мәғәнә, өлгө ята. Әҙәм балаһы өсөн исеме рухын арттырырға, юғарылыҡҡа ынтылырға, уңыштарға өлгәшергә өндәргә тейеш.
Һәр кешенең өс туйы була: тәүгеһе – исем ҡушҡанда, икенсеһе – никахҡа ингәндә, өсөнсөһө – мәңгелеккә оҙатҡанда. Бала донъяға килгәс, ата-әсә ҙур шатлыҡ менән туғандарын, ҡәрҙәштәрен йыйып, табын ҡороп, байрам уҙғара, иҫтәлеккә бүләктәр бирә. Исем туйына шулай уҡ мәсеттең имамы йә башҡа дини белгес саҡырыла. Ул иң тәүҙә баланың уң яғына баҫып, ҡиблаға ҡарап, уң ҡолағына аҙан әйтә. Унан һул яҡтан ҡамат төшөрөлә. Артабан баланың ике ҡолағына исеме, “бисмилләһ” әйтелеп, доға ҡылына, изге теләктәр юллана.
Элек Исламдағы был изге ғәмәл өйҙә башҡарылған. Хәҙер күптәр мәсеттә уҙғара башланы. Иман йорттарында тыуыу тураһында таныҡлыҡ та бирелә.
“Исем балаға ауырыуҙарҙан пәрҙә булып тора”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Исем баланы мөхиткә яраҡлаштыра, йәшәү көсө бирә. Өҫтәүенә сабый мосолман йәмғиәтенә ныҡлап инә, ғаиләнең тулы ағзаһына әйләнә.
Исем һайлауға килгәндә, матур яңғыраған, ҡолаҡҡа ятышлы, мәғәнәле исемдәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Һуңғы ваҡытта сабыйҙарға ике исем ҡуша башланылар. Уларҙың береһе йәшерен була, хужаһы ғына белә. Икенсеһе иһә – документтағы исеме. Был дөрөҫ түгел. Аллаһтың изгелеге килә торған булһа, ул һис ниндәй йәшерен исемгә ҡарамаҫ. Шуның өсөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Хоҙай Тәғәлә һәммәбеҙгә лә изге ғәмәлдәр ҡылып, тура юлдан барырға, исемебеҙҙе аҡлап йәшәргә яҙһын. Ғүмер буйына ҡушылған исемебеҙ юл күрһәтһен, күңелебеҙҙе күтәрһен, илһам, дәрт бирһен. Уны аҡлап, яҡлап, хөрмәтләп, ата-әсәгә рәхмәт уҡып, халҡыбыҙға, милләтебеҙгә хеҙмәт итеп йәшәргә насип әйләһен. Балаларыбыҙға иң матур исем ҡушырға насип булһын, ә инде исем оҡшамай икән, ҡанун быға ҡаршы түгел. Бары тик уны рәсми рәүештә алмаштырырға кәрәк. Ҡыҙ балаларға ла, ир балаларға ла матур исем ҡушайыҡ, исемебеҙ һәр ваҡыт юл башлаһын, милләтебеҙҙе, динебеҙҙе күрһәтеп торһон. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.