Һөйөү һәм ихтирам менән16.08.2017
Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылындағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, юғары категориялы уҡытыусы Әлфиә Баймырҙина белдереүенсә, һәр милләт бөйөк, һәр тел йәшәргә тейеш.
– Балалар баҡсаһында эшләгән педагог булараҡ, шуны аңланым: сабый күңеле шул тиклем һиҙгер һәм уларҙың донъя менән ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта. Халҡыбыҙҙың йолаларын ғына алып ҡарағанда ла, быны асыҡ тойорға мөмкин. Мәҫәлән, йыл аҙағында үткәрелгән Нардуған байрамында уларҙың һәр береһе теләп ҡатнаша. Тәрбиәләнеүселәрҙең һорауы бик күп: үҫемлектәр, йәнлектәр донъяһы менән ҡыҙыҡһыналар, уларға көн менән төн, ҡояш, ай, ямғыр, болот тураһында тәфсирләп аңлатабыҙ. “Нардуған – ҡояш тыуған көн” тигәнде хәҙер бөтәһе лә белә.
Һин – уртала, ә беҙ ситтә
Әйләнәбеҙ Нардуған,
Әйҙә, бергәләп әйләнәйек
Нардуғанға кил, туған, –
тип йырлашыу, бейеп тә алыу алымы ҡулланыла.
Ул көндө һәр баланан уҙған йылдағы ваҡиғаларҙы иҫкә алып һөйләттерергә тырышабыҙ, киләһенә матур теләктәр әйттерәбеҙ.
Төп маҡсат – балаларҙы башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу, туған телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.
Беҙҙәге шикелле, бүтәндәр ҙә үҙ халҡының йолаларын үҫеп килеүсе йәш быуынға тулы еткереүенә ышанам, тәрбиә алымы, һабаҡ биреү шул йүнәлештә алып барылырға тейеш, тип уйлайым. Шул саҡта ғына туған телдәргә ҡарата һөйөү бер ҡасан да һүнмәйәсәк. Һәр бала кескәй саҡтан үҙе йәшәгән төбәктәге төп халыҡтың телен белһә һәм өйрәнһә, уның ни насарлығы бар?!
Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.