Йәш невролог Динә Абдрафиҡова эшен яратып башҡара, ошо һөнәрҙе һайлауына үкенгәне юҡ. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Ауыл табибы" программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге белгесте тағы ла ҡанатландырып ебәргән, киләсәген фәҡәт яҡташтарының һаулығын һаҡлауға бағышлау теләген нығытҡан.
— Йәштәрҙе ауылда ҡалырға дәртләндереүсе проект ярҙамында өйлө булһаҡ, донъябыҙ теүәлләнер ине. Әлегә атай-әсәй йортонда торабыҙ. Ирем Әлфир Мәғәфүр улы менән Әлим исемле ул үҫтерәбеҙ, уға ике йәш ярым, — тип яҡты өмөттәре менән уртаҡлашты Динә Данис ҡыҙы.
"Ауыл табибы" программаһында Асҡын районынан йәнә ике йәш белгес — терапевт Гөлнара Йыһанурова менән балалар табибы Алһыу Әғәләмова — ҡатнаша.
Район дауаханаһының баш табибы Рөстәм Усмановтың күҙаллауынса, быйыл төбәктә йәш медицина хеҙмәткәрҙәре һиҙелерлек артмаҡсы.
— Дауаханабыҙ юғары белемле белгестәргә ҡытлыҡ кисерә, бигерәк тә теш табиптары кәрәк. Бындай мәсьәләнең ҡырҡыулығы тотош илдә күҙәтелә. Уны хәл итеү йәһәтенән "Ауыл табибы" программаһы уңышлы сара булмаҡсы. Быйыл алты яҡташыбыҙ медицина университетын тамамлай, уларға өмөтөбөҙ ҙур, — тине ул.
Наилә ИМАЕВА.
Асҡын районы.