“Берҙәм тәҙрә” уңайлы16.08.2017
“Берҙәм тәҙрә” уңайлы Иглин районында Күп функциялы үҙәк асылыуына күп ваҡыт үтмәһә лә, район халҡы был уңайлыҡҡа һөйөнөп бөтә алмай. Ул халыҡҡа 2012 йылдан хеҙмәт итә.
Документтар эшләтеү, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр буйынса консультация алыу өсөн хәҙер ҡалаға барып йөрөү кәрәкмәй. Улар бәтә йомоштарын үҙҙәрендә атҡарыу мөмкинлегенә эйә. Был — “Берҙәм тәҙрә” режимында халыҡҡа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт­тәрҙе тулы күрһәтеү өсөн булдырылған дәүләт учреждениеһы.
Үҙәктең төп маҡсаты – дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифатын күтәреү, кешеләр өсөн был процесты уңайлаштырыу, уларҙың ваҡытын һәм аҡсаһын экономиялау.
Күп функциялы үҙәктә, миҫал өсөн, күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына балаға айлыҡ пособие алыуға документтар әҙерләү кеүек хеҙмәт күрһәтелә. Ошонда уҡ ер участкаларының сиктәрен билдәләүгә бәйле документтар алыуға ғаризалар ҡабул ителә һәм документтар әҙерләнә, граждандар торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә субсидия юллай ала.
“Берҙәм тәҙрә” уңайлы– Бындай үҙәк бик уңайлы: килдең, заявка бирҙең дә бер айҙан кәрәкле документтарҙы ҡулыңа алдың. Башҡа бер ҡайҙа ла йөрөргә кәрәкмәй, – тине Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ләйсән Хисмәтуллина. – Штатта 22 кеше иҫәпләнә. Үҙәктә һөнәрен яратҡан, тәжрибәле белгестәр эшләй. Клиенттарға уңайлы булһын өсөн иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем ҡабул итәбеҙ. Төшкө тәнәфес юҡ. Йәкшәмбе – ял көнө. Шул уҡ ваҡытта кис ваҡытына һәм шәмбегә айырым иғтибар бирелә, сөнки тап ошо арала килеүселәр күбәйә, – тине ул.
Етәксе һүҙ барышында Олеся Маслова, Ольга Дударь, Алһыу Кәримованың исемдәрен ҡат-ҡат телгә алды. Күп функциялы үҙәк хеҙмәттәре, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған дәүләт пошлинаһын түләү осраҡтарынан башҡа, бушлай күрһәтелә.
“Берҙәм тәҙрә” уңайлы– Район халҡы Күп функциялы үҙәк эшенән бик ҡәнәғәт. Төрлө һорау менән киләләр. Барыһын да тыңлап, мәсьәләләрен хәл итеп, кәрәк саҡта кәңәш биреп ебәрәбеҙ. Һорауҙарҙың киң таралғандары – мәҫәлән, бала ҡарау, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса, шулай уҡ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль пособиелар тәғәйенләү. Күп функциялы үҙәктә Рәсәй гражданы һәм сит ил паспорттарын алыу өсөн документтар тапшырырға, ИНН һәм СНИЛС алырға, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты рәсми­ләштерергә була. Үҙәктәге хеҙмәттәр менән эшҡыуарҙар, ойошмалар ҙа файҙалана ала. Хеҙмәттәр алыу өсөн граждандарға үҙәккә ике тапҡыр ғына килергә тура килә: тәүҙә ғариза яҙып ҡалдыралар, икенсе килеүеңдә әҙер документты йәки яуапты алалар. Үҙәк белгестәре барлыҡ кәрәкле документтарҙы үҙҙәре туплай. Был осраҡта ғариза яҙыусыға дәүләт һәм муниципаль органдарҙың вазифалы кешеләре менән күҙгә-күҙ осрашырға, документты туплау өсөн төрлө инстанциялар буйлап йүгерергә кәрәкмәй, – ти Ләйсән Ринат ҡыҙы.
Әйткәндәй, Ләйсән Хисмәтуллина – тәжрибәле белгес, үҙ эшенең оҫтаһы. Өфө дәүләт сервис академияһын тамамлаған һылыу һөнәрен камил­лаштырыуҙы дауам итә. Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының магистратураһында белем ала.


Вернуться назад