Дәүләт Думаһында “Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте һаҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 10-1-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы закон проекты ҡарала. Ул социаль селтәрҙәрҙә хоҡуҡҡа ҡаршы контент таралыуға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелә. Закон проекты менән “социаль селтәр операторы” төшөнсәһен ғәмәлгә индерергә һәм уға ҡайһы бер бурыстарҙы йөкмәтергә тәҡдим ителә. Бындай бурыстарға Рәсәйҙә үҙ вәкиллеген булдырыу, селтәрҙән файҙаланыусының ғаризаһы буйынса һуғышты пропагандалауға, милли, раса йәиһә дини дошманлыҡ тыуҙырыуға йүнәлтелгән, дөрөҫлөккә тап килмәгән, башҡа кешенең намыҫына, дәрәжәһенә тап төшөргән һәм енәйәт йәиһә административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған бүтән мәғлүмәттәрҙе бер тәүлек эсендә селтәрҙән алып ташлау йәки улар менән танышыуҙы сикләү инә.
Ошо көндәрҙә закон проекты, дөйөм алғанда, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтендә хуплау тапты һәм аҙағынаса эшләп бөтөрөүгә ебәрелде. Уны көҙгө сессиялағы ултырыштарҙың береһендә тикшереү планлаштырыла. Ошо закон проекты менән бергә Дәүләт Думаһына тағы ла бер документ – “Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы проект индерелде. Ул социаль селтәр администраторы тарафынан үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы боҙған өсөн яуаплылыҡты билдәләй. Бының өсөн граждандарға – 3 миллиондан 5 миллионға тиклем, юридик берәмектәргә 30 миллиондан 50 миллион һумға тиклем штраф һалырға тәҡдим ителә.
– Хәҙерге заманда социль селтәрҙең әһәмиәте бик ҙур һәм ул даими арта бара. Был инструменттың мәғлүмәти функцияһын һаҡлап ҡалыу, шул уҡ ваҡытта уның хоҡуҡҡа ҡаршы маҡсатта файҙаланылыуына кәртә ҡуйыу мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Интернетта исем-шәрифеңде йәшереп, фекереңде белдерергә рөхсәт ителеү язаһыҙ ҡалыуға, ә был, үҙ сиратында, башбаштаҡлыҡҡа килтерә, – тигән фекер белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Проблеманы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы аңлайҙар һәм тейешле сара күрәләр. Мәҫәлән, Германияла хоҡуҡҡа ҡаршы контентҡа бәйле социаль селтәргә етди талап ҡуйған һәм уны боҙған өсөн 500 меңдән 5 миллион евроға тиклем штраф һалыуҙы күҙ уңында тотҡан закон ҡабул ителгән.
Константин Толкачев әйтеүенсә, Дәүләт Думаһына индерелгән закон проекты Рәсәй Закон сығарыусылар советында үҙе етәкселек иткән милли именлекте закондар менән тәьмин итеү һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү комиссияһы башҡарған эшкә ауаздаш. Күптән түгел Дәүләт Думаһында үткән Закон сығарыусылар советы президиумы ултырышындағы сығышында Башҡортостан парламенты Рәйесе ил төбәктәрендә киң мәғлүмәт саралары һәм “Интернет” селтәре аша тормошҡа ашырылған радикаль идеологияны контрпропагандалау йәһәтенән күрелгән саралар тураһында һөйләне.
– Тәү сиратта һүҙ экстремистик һәм террорсылыҡ ойошмаларына ҡаршы көрәш хаҡында бара. Беҙҙең комиссия ошо эшкә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса ҡайһы бер сараларҙы тәҡдим итте. Шул иҫәптән мин социаль селтәрҙәге аккаунттар, блогтар хужаларының һәм төркөм администраторҙарының хоҡуҡтарын, бурыстарын, уларҙың эшмәкәрлек тәртибен “Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте һаҡлау тураһында”ғы Федераль закон менән көйләү зарурлығы хаҡында һүҙ алып барҙым, – тине Константин Толкачев. – Был мәсьәлә буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Закон сығарыусылар советына тейешле закон сығарыу инициативаһы проектын ебәрҙе.
“Социаль селтәрҙәрҙең эшмәкәрлеген хоҡуҡи көйләү һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы тағы ла бер ошоға оҡшаш проект быйыл яҙ Дәүләт Думаһында профилле комитет кимәлендә тикшерелде. Уның инициаторҙары араһында Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Бугера ла бар. Ахыр сиктә өсәү араһынан ҡайһы закон проектының тулыһынса эшләнеүе һәм ҡабул ителеүе әллә ни әһәмиәтле лә түгел. Иң мөһиме – социаль селтәрҙә хоҡуҡҡа ҡаршы контенттың урынлаштырылыуын көйләгән закон акты кәрәк. Закон сығарыусылар ҙа, тотош йәмғиәт тә быны яҡшы аңлай. Әлбиттә, бындай ҡарарҙы ашығыс ҡабул итергә ярамай. Закон проектын эшләгәндә бик күп үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алыу шарт. Һәм социаль селтәрҙә урынлаштырылған мәғлүмәткә контроль Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында билдәләнгән фекер һәм һүҙ азатлығына хоҡуҡты боҙмаҫҡа тейеш.