Яңы уҡыу йылына әҙербеҙме?15.08.2017
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшереү башланды. Сараны “Берҙәм Рәсәй” яҡлылар ойошторҙо. Рейдтар урындағы мәғариф бүлектәре вәкилдәре һәм белгестәр ҡатнашлығында үткәрелә.
Активистар мәктәп эргәһендәге юлдарға баһа бирәсәк, яҡтыртҡыстарҙы, “Һаҡ булығыҙ, балалар” тамғаһының ҡуйылыу-ҡуйылмауын ҡараясаҡ. Шулай уҡ уҡыу йорттары янында иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыу нормаларының үтәлеше буйынса рейдтар ойошторола. Мәктәп ихаталарында хәүефле ҡарт ағастарҙы тикшерәсәктәр, пандустар, спорт-күңел асыу инфраструктураһы сифаты иҫәпкә алынасаҡ.
– “Берҙәм Рәсәй” яҡлылар проблемаларҙы асыҡлау маҡсатында бөтә республика буйынса мониторинг үткәрә. Тупланған мәғлүмәтте артабан системалаштырып, Башҡортостандың Мәғариф министрлығына ебәрәсәкбеҙ, – тине партия яҡлыларҙың төбәк координация советы рәйесе Константин Канунников. – Пробле­маларға иғтибарҙы йүнәлтеп, уларҙы хәл итеүгә бер ай ваҡыт ҡалды. Республиканың һәр районында мониторинг өсөн инициатива төркөмө ойошторолдо.
Рәсәй буйынса акция ошо аҙнала башланды. Был турала “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлыларҙың Үҙәк координация советы рәйестәше, Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Петр Толстой белдерҙе.
– Илдең бөтә төбәктәрендә мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлегенә мониторинг башланды. Рейдтарға ата-әсәләр, ЮХХДИ һәм мәғариф системаһы вәкилдәре йәлеп ителә. Етешһеҙлектәр хаҡындағы мәғлүмәт ошо округ йәки төбәк өсөн яуаплы Дәүләт Думаһы депутаттарына ебәреләсәк. Улар иһә 1 сентябргә бөтә етешһеҙлектәрҙең яйға һалыныуын күҙәтергә тейеш, – тине Петр Толстой.
Уның әйтеүенсә, “белем усаҡтары”ның әҙерлеген баһалағанда мәктәп биләмәһенә ингән ерҙәге юл япмаһынан һәм яҡтыртҡыс­тарҙан алып учреждение эргәһендә алкоголь һатыуҙы тыйыу нормаһының үтәлеше кеүек мәсьәләләргә иғтибар биреләсәк.
– Беҙҙә юл өҙөклөгө осоронда ҡайһы бер мәктәптәргә балалар, образлы итеп әйткәндә, йөҙөп барырға мәжбүр. Ҡапҡа төптәрендә ҙур күләүектәр йыйыла, ә етәкселәр иһә тейешле сара күрергә ашыҡмай. Был ҡороған ағастарға ла ҡағыла. Ел иҫә ҡалһа, улар һынып, баланы имгәтеүе бар. 1 сентябргә һәр ерҙә тәртип булырға тейеш. Белем көнөндә балалар ҙур теләк менән мәктәпкә юлланһын, ә ата-әсәләр уларҙың именлеге өсөн борсолмаһын тиһәк, мөмкин булғандың барыһын да эшләйек, – тине парламентарий.
Әйткәндәй, Петр Толстойҙың башланғысы буйынса “Берҙәм Рәсәй” яҡлыларҙың Интернет селтәрендәге сайтында “Социаль бәхәстәргә мониторинг” проекты нигеҙендә балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойошторғанда етешһеҙлектәр тураһында мәғлүмәттәр йыйыла.


Вернуться назад