Ғәҙеллек тантана итте15.08.2017
Рәсәй Президенты Владимир Путин ата-әсәһе билдәһеҙ булған балаларҙы пенсия менән тәьмин итеүгә ҡағылған федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Етемдәр өсөн тәғәйенләнгән ойош­маларҙан сыҡҡанда йәиһә мәғариф учреждениеларын тамам­лағас, ата-әсәһе билдәһеҙ балалар­ҙың матди тәьминәте, етемдәрҙеке менән сағыштырғанда, байтаҡҡа түбәнерәк булды. Юридик яҡтан ата-әсәһе асыҡланмағас, улар ҡараусы­һын юғалтыу сәбәпле пенсия алыуҙан да мәхрүм ине. Яңы закон ошоларҙы иҫәпкә алып, 2012 – 2017 йылдарға иҫәпләнгән Балалар мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең милли стратегияһы нигеҙендә эшләнде.

Документ 2018 йылдың 1 ғинуа­рынан балаларҙың был категорияһы өсөн социаль пенсияның яңы төрөн ғәмәлгә индерә. Уларға ата-әсәһен йәки берҙән-бер ҡараусыһын юғалтҡан балаларҙыҡы кеүек үк күләмдәге социаль пенсия түләнәсәк.
Ҡул ҡуйылған законға ярашлы, яңы төрҙәге пенсия алыусылар иҫәбенә эске эштәр, опека һәм попечителлек органдарының, медицина, тәрбиә, социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларының сабыйҙы ҡалдырып (ташлап) китеүҙәре тураһындағы ғаризаһы нигеҙендә дәүләт теркәүе үткән, йәғни тыуыу тураһындағы таныҡлығында әсәһе һәм атаһы күрһәтелмәгән балалар инә. Социаль пенсия 18 йәшкә тиклем, шулай уҡ юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә белем алған осорҙа, йәғни уҡыуы тамам­ланғанға (23 йәше тулғанға) тиклем түләнә.
Закон 2018 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә. Граждандарҙың был төркөмөнә социаль пенсия уны һорап мөрәжәғәт иткән айҙың тәүге көнөнән тәғәйенләнә.


Вернуться назад