Дүрт тәгәрмәс яҡшыраҡ15.08.2017
Дүрт тәгәрмәс яҡшыраҡБөгөн баҡсала күп эште мотоблок башҡара. Мин дә әллә нисәне “туҙҙырҙым”. Хәҙер олоғайтты. Уны тотоп ерҙе культивациялау, башҡа мәшәҡәттәрҙе башҡарыу ауырлашты. Шуға ла мотоблогымды бәләкәй трактор һымаҡ яһап алдым.

Тик шуныһы, барыбер өй шарттарында уны бөтөнләй үк ысын трактор итеп булмай. Күтәртеп-төшөрөү системалары, башҡа мөһим конструкцияларҙы бит махсус цехтарҙа ғына ҡорорға мөмкин. Эйе, бөгөн һатыуҙа мини-тракторҙарҙың ниндәйе генә юҡ. Тик уларҙы пенсия аҡсаһына ла, окладҡа ла һатып алып булмай. Шунан һуң бер нисә сутый ер өсөн 200-300 меңлекте кем алһын инде. Ғөмүмән, эшҡыуарҙарға ла, ҡыҙыҡһыныусы етәкселәргә лә уйланырға урын бар.
Мин үҙем Башҡортостандан. Хәҙер Чебоксар ҡалаһында йәшәйем. Тыуған яғым менән ҡыҙыҡһынып торам, уңыштарына ҡыуанам. Теләктәрем дә бар: шәхси хужалыҡтарҙа эште еңеләйтеү өсөн ҡорамалдар ҡулайлаштырып эшләнһә, ғаиләләргә эштәрен алып барыу ҙа ауыр булмаҫ, табышы ла шаҡтай артыр ине…

Сыуаш Республикаһы,
Чебоксар ҡалаһы.


Вернуться назад