Улар эшһеҙ ҡалмаясаҡ15.08.2017
Эш һәм персонал эҙләү буйынса HeadHunter сайты Башҡортостандағы хеҙмәт баҙарына анализ яһаны, бөгөн һәм яҡын киләсәктә иң кәрәкле һөнәрҙәрҙе асыҡланы. Тикшереүҙән күренеүенсә, республикабыҙҙа “Карьераны башлау”, “Төҙөлөш”, “Мәғлүмәт технологиялары”, “Эшсе персонал”, “Транспорт, логистика” кеүек өлкәләргә белгестәр талап ителә.
Бынан тыш, төбәктә “Банк, инвестиция”, “Автомобиль бизнесы”, “Бухгалтерия” йүнәлештәрендәге белгестәргә вакансиялар артты. Эшселәргә, сауҙа менеджерҙарына ихтыяж тотороҡло үҫә. Хеҙмәт баҙарындағы тәҡдимдәр һәм эксперттарҙың фекере нигеҙендә HeadHunter киләһе йылдарҙа белгестәргә ихтыяж артасаҡ биш төп өлкәне билдәләне.
— Һуңғы йылдарҙа хеҙмәт баҙарындағы вакансияларға анализ күрһәтеүенсә, яңы һөнәрҙәрҙең төп өлөшө мәғлүмәт технологияларына тура килә. Быға яңы технологиялар, электрон ҡулайламалар баҙары, компьютер техникаһы, бизнес һәм аналитика өлкәһендә белемгә ихтыяждың арта барыуы йоғонто яһай, — тине HeadHunter ойошмаһының Башҡортостандағы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибәҙуллина.
Кешенең уртаса ғүмер оҙайлылығы арта барғанға күрә, медицина өлкәһе һәм биотехнологиялар яҡын киләсәктә мөһим йүнәлештәргә әүереләсәк. Һөҙөмтәлә табиптарға, фармацевтарға, кесе һәм урта медицина персоналына ихтыяж да үҫеүен дауам итәсәк. Һуңғы ваҡытта инженерҙар, етештереү өлкәһе белгестәре күпләп талап ителә. Бының сәбәбе ябай — төрлө процестарҙы ҡулайлаштырыу, производствола инновацияларҙың, өр-яңы технологияларҙың барлыҡҡа килеүе.
Кешеләрҙең аралашыуындағы үҙгәрештәр, “Онлайн”да бәйләнешкә инеү социаль киңлектә эшләү, психологияға бәйле профессияларға ихтыяж тыуҙыра. Тормоштоң әүҙемләшеүе лә психологтарҙың артыуына йоғонто яһай.
Эксперттарҙың фекеренсә, киләсәктә экология өлкәһе үҫеш аласаҡ. Зарарлы матдәләргә, ҡалдыҡтарҙы утилләштереүгә һәм эшкәртеүгә бәйле проблемаларҙы хәл итеү зарурлығы тыуасаҡ. Экологик яҡтан таҙа продукттарға һорау артасаҡ. Быларҙың барыһы ла экологтарға ихтыяж тыуҙырасаҡ.