Эшҡыуарлыҡҡа һәләтең бармы?15.08.2017
Өфөлә эшҡыуарлыҡ һәләте булған уҡыусыларҙы үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн аҡса табырға өйрәтәсәктәр, шәхси компанияһын нисек ойоштороу хаҡында һөйләйәсәктәр. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай сараны Өфө дәүләт нефть техник университеты үткәрә. Ул уҡыусы-эшҡыуарҙарҙың тәүге ҡала слетын ойоштора.
Слет барышында иң уңышлы йүнсел уҡыусылар тураһында һүҙ алып барасаҡтар, университетта ошондай уҡыусыларға ярҙам күрһәтеү алымдары менән таныштырасаҡтар. Йәштәргә бизнес-уйындар ойоштороу күҙаллана. Сара 9 сентябрҙә Өфө дәүләт нефть техник университетының технопаркындағы (Космонавтар урамы, 4) конференциялар залында уҙғарыла. Слетта ҡатнашҡан өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй. Мотлаҡ шарт — TimePad сайтында теркәлеү. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 243-14-18.


Вернуться назад