Хеҙмәт төбө – хөрмәт15.08.2017
Хеҙмәт төбө – хөрмәтБашҡортостандың халык мәғарифы отличнигы Рәүеф Фазуллиндың ғаиләһе менән йыш аралашам, кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалам. Уның хеҙмәт юлы күптәргә өлгө булырлыҡ.

Газ ярҙамында иретеп йәбештереүсе һөнәрен өйрәнергә Рәүеф Сәйфулла улын тормош үҙе мәжбүр иткән. Атаһы был донъянан киткәндә, ул әле тыумаған да була. Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға тура килә уға. 1941 йылда ағаһы Шәйхулланы фронтҡа оҙатып, уның кире әйләнеп ҡайтыуын көтөп ала алмаған Рәүеф Фазуллин бәләкәйҙән үк яуаплылык тоя белеүе, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға алыуы менән айырылып тора. Әсәһе Гөлтуташ яңғыҙ булыуына ҡарамаҫтан, уға матур тәрбиә бирә. Кеше әйберенә теймәҫкә, урамда һуғышып йөрөмәҫкә, һәр саҡ ярҙамсыл булырға өйрәтә.
Рәүеф Фазуллин Ҡаран урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Октябрьский ҡалаһында газ ярҙамында иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә була. Училищены тамамлаған егетте Ҡаран МТС-ына эшкә алалар. Һуңынан уның нигеҙендә Ҡаран һөнәрселек училищеһы төҙөлә.
Бөгөн 51 йыл стажы булған Рәүеф Сәйфулла улының хеҙмәт биографияһы шулай башлана. Үҙе әйтмешләй, 1700 уҡыусыға иретеп йәбештереүсе һөнәрен биргән, белгестәрҙе үҙаллы хеҙмәт юлына сығарған. Бөгөн уларҙың күбеһе, хеҙмәт баҫҡыстары буйлап күтәрелеп, ҙур предприятие етәкселәре вазифаһында эшләй. Әйткәндәй, Бүздәк районында иретеп йәбештереү­селәрҙең күбеһе – уның уҡыусылары.
Пенсия йәшенә етеүенә ҡарамаҫтан, училище хеҙмәткәрҙәренең күпселеге артабан да эшләй. Шулай итеп, 72-лә генә хаҡлы ялға сығалар. Уның кеүек белгестәр училищела бик кәрәк, профессиональ оҫталығын юғары баһалайҙар. Исеме Маҡтау таҡтаһынан төшмәй, намыҫлы хеҙмәте күп бүләктәргә, маҡтау грамоталарына лайыҡ була. Рәүеф Фазуллиндың төркөмөндә йыл һайын 32 уҡыусы уҡый. Ул улар менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, алдынғы урындарҙы яулайҙар.
Уңыш сере нимәлә тип һорағас, Рәүеф ағай:
– Хеҙмәтте һөйөргә кәрәк. Мин үҙ эшемде яраттым, – тине.
Рәүеф менән Рәмзиә – ауылда абруйлы ғаилә. Уларҙың бергә ҡулға-ҡул тотоноп йәшәүенә – 58 йыл. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уларҙа йәштән үк маҡсатҡа ынтылыу, эште яратыу, белемгә ынтылыу, кешеләргә ҡарата изге күңелле һәм мәрхәмәтле булыу сифаттары тәрбиәләнеләр. Балалары үҙаллы тормошта ышаныслы һәм ныҡлы баҫып тора. Ҡыҙҙары Люциә менән Ира табип һөнәрен һайлаған. Улдары Алик шәхси магазин тота. Фазуллиндарҙың ҙур һөйөнөсө – алты ейән-ейәнсәрҙәре.
Рәүеф ағайға ҡарап, һис тә 80 йәш биреп булмай. Йәштәрҙән ҡалышмай, машинала ла оҫта елдерә.

Бүздәк районы.


Вернуться назад