Байрам күрке моң менән, йәғни Кеше ни өсөн йырлай?15.08.2017
Күңелемдең һәр ауазға бәүелергә әҙер генә торған иң-иң нескә ҡылына тейеп, хистәремде айҡап-сайҡап сығарырҙай моң ишетһәм йә йөрәккә ятышлы йыр яңғыраһа, мин дә, күптәр кеүек, кеше ниңә йырлай, тигәнерәк уйға төшөп китәм. Ысынлап та, ни өсөн йырлайбыҙ, тауышыбыҙ булмаһа ла, уйҙарға сумып, шым ғына көйләп-сыңлап алабыҙ? Был теләк, был зиһен ынтылышы ҡайҙан килә?.. Моғайын, кешенең булмышындағы хис-кисерештәрҙең ташып-шашып тороуынандыр. Ә улары кешелә бихисап күп, ти психологтар. Тыуған яҡ гүзәллеге, быуыныңдан алыр мөхәббәт, бәпәй һөйөү ҡыуанысы, изгелек ҡылыуҙан тыуған тойғолар, хатта күҙ ҡарашынан килгән аңлайышһыҙ уйҙар-тойғолар – барыһын теҙеп сығыуы мөмкин дә түгел...
Төп һүҙемдән ситләшеп, ҡырыныраҡ китеп барам шикелле. Тураһын әйткәндә, беҙҙең ауылда ла йыраусылар, ҡурайсы, гармунсы, ҡумыҙсы, гитарасы, башҡа музыка ҡоралдарында теттереп уйнаусылар элек тә булған, әле лә бар. Егерме йылдар самаһы элегерәк, “Һарығолаҡ” телефильмын төшөрөү мәлендә ибраһимдар менән яҡындан танышҡас, күренекле режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусыларҙың күплегенә һоҡланып, “Йырсы ауыл” тигән фильм булдырыу тураһында хыялланған... Замана елдәре быуын-быуын булып аяҡҡа баҫҡан ауылдаштарҙың күптәрен ситкә тайпылдыра бара, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә һыйындыра, хатта сит илдәргә таралыусылар ҙа юҡ түгел. Уларҙың һәр береһе тыуған яғын, туғандарын, яҡындарын һағынып һөйләйҙәрҙер, хатта йырлап та ебәрәләрҙер.
Ауылыбыҙҙың мәҙәниәт усағы етәкселеге һәм “Ағинәйҙәр ҡоро” әүҙемселәре быйыл да, йәйҙең һуңғы шәмбеһендә ерҙәштәре өсөн күңелле осрашыу ойошторорға ниәтләй. Уны “Моң байрамы” тип атауҙы ҡулай күрҙек. Ни тиһәң дә, табын күрке лә, байрам йәме лә – матур йыр, килешле моң, аһәңле көй бит инде. Һәр тарафта йәшәүсе ауылдаштарҙың ҡайтып, был көндәге ҡыуаныслы тантанала уйын-көлкө еткереп, моңло тауыштарын ишеттереп ҡатнашыуҙарын бик-бик көтәбеҙ. Улай ғына ла түгел, хәтирәләргә бирелгәндә, тыуған тупраҡ моңон уятырһығыҙ, зәңгәр күлдәр серен еткерерһегеҙ, йәшлектә генә була торған һөйөү сафлығын йырлап йә музыка ҡоралында уйнап ишеттерерһегеҙ, Ҡыҙылғы тулҡындарында бәүелә-бәүелә һыу ингәндә кисергән тән-йән хозурлығын һөйләрһегеҙ тип ышанабыҙ. Бына шунда инде “Кеше ни өсөн йырлай?” тигән мәңгелек бәхәскә яуап та табырбыҙ, моғайын. Һорауҙарығыҙ булһа, зинһар, борсолмағыҙ. 8-917-42-44-181 телефоны һеҙгә ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ибраһим ауылы.