“Сал Урал”дың ауазы11.08.2017
Пермдә Кама ярында 29 июлдә ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, әүҙем йәмәғәтсе Радик Ғарипов ойошторған “Сал Урал” этно-инструменталь проектының ҙур концерты үтте. Концертты “Ләйлә” этник бейеү студияһы ҡыҙҙарының сығышы биҙәне.
“Сал Урал” коллективы, милли уйын ҡоралдарын файҙаланып, халыҡ традицияларына нигеҙләнеп, аҫаба халыҡтарҙың аутентик һәм автор яҙған көйҙәрҙе башҡарыуҙы маҡсат итеп алған. Төркөм етәксеһе Радик Ғарипов ҡубыҙ, ҡурай, дөңгөрҙә уйнай, өзләй. Денис Григораш – перкуссионист, варгансы. Сергей Ефимов иһә думбырала, нарсъюх, сынквылтап һәм балалайкала уйнай.