Ырымбур көтә һеҙҙе11.08.2017
Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте көндәре быйыл 12 августа Гай районының Вишневое ауылы янында үтә.
Башҡортостандан Бишбүләк, Күмертау һәм Хәйбулла райондары делегацияларының ҡатнашыуы көтөлә. Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Ҡыуандыҡ, Ҡыҙыл Гвардия һәм Гай райондарының һәүәҫкәр коллективтары ҡатнашлығында концерт әҙерләнә, тирмәләр ҡороласаҡ, көрәш һәм халыҡ уйындары ойоштороласаҡ. Ырымбур башҡорттары уҡ атыуҙы тергеҙеү менән дә ҡыҙыҡһына. Бының өсөн Баймаҡ районынан уҡ атыу буйынса оҫталар саҡырылған.


Вернуться назад