Юбилярға – Башҡорт Википедияһы бүләге11.08.2017
Халыҡ араһында “Нимә сыҡһа, шул баймаҡтарҙан сыға!” тигән киң таралған әйтемде бөгөн саҡ ҡына үҙгәртеп “Нимә сыҡһа, шул Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренән сыға!” тиергә лә мөмкин. Сөнки ошо ирекле Интернет, энциклопедияны тулыландырыу буйынса ал-ял белмәй, йөҙөп йөрөп эшләгәндәр яңынан-яңы ҡыҙыҡлы проекттар уйлап табып, уны шунда уҡ тормошҡа ашыра башлай.
Быйыл иһә улар арҙаҡлы шәхестәрҙе юбилейлы тыуған көндәре менән ҡотларға йәки иҫкә алырға тәҡдим итә. Көн һайын Башҡорт Википедияһының баш битендә ошо көн юбилярҙары исемлеге яңыртыла. Шәхес тураһында мәҡәлә булған осраҡта, уның фамилияһы – зәңгәр, мәҡәлә булмағанда ҡыҙыл төҫтә күренә. Әлеге ваҡытта Википедияла бик күп шәхестәр тураһында мәҡәләләр юҡ, шуға күрә исемлек башлыса ҡыҙыл төҫлө. Ләкин ваҡыт үтеү менән улар яйлап ҡуйыла бара. Теләге һәм һәләте булған һәр кем үҙаллы йәки әүҙем ирекмәндәр ярҙамында мәҡәлә яҙа, элеккеләренә мәғлүмәт өҫтәй ала. Бары тик алға маҡсат ҡуйып, белмәгәнеңде тәжрибәле википедистарҙан һорарға, уларҙың кәңәшен тоторға һәм ҡурҡмай эшләргә кәрәк.
Башҡортостан Республикаһының Милли архивы сайтындағы мәғлүмәткә нигеҙләнеп төҙөлгән был проект башланып ҡына торғанлыҡтан, исемлектә кемдеңдер фамилияһы булмауы ла ихтимал. Ниндәйҙер сәбәп менән исемлеккә инмәгән юбиляр хаҡында “Проект буйынса фекерләшеү” битендә хәбәр итергә кәрәк. Проект исемлегенә шәхестәр 50 йәштән башлап индерелә. 50 йәше тулмаған йәки ағымдағы тыуған көндәрен билдәләгән арҙаҡлы шәхестәрҙе лә шундай уҡ ысул менән ҡотларға мөмкин. Был, башҡа бүләктәр менән сағыштырғанда, иң ҡиммәтлеһе буласаҡ, сөнки бөгөн Википедия 300 самаһы телдә донъя күрә һәм улар үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Тимәк, юбилярҙар башҡорт телендә генә түгел, башҡа телдәрҙә лә ҡотланасаҡ. Беҙгә бары тик арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында күберәк мәҡәләләр яҙып, булғандарын тулыландырырға, уларҙың барыһын да Википедия аша донъяға танытырға ғына кәрәк! Илһөйәрҙәр, ҡушылығыҙ!