Йырсының һүрәттәре — музейҙа11.08.2017
Йырсының һүрәттәре — музейҙаЛегендар йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың һүрәттәре Михаил Нестеров исемендәге Художество музейында һаҡланасаҡ. Авторҙың картиналарын рәсми рәүештә музейға тапшырыу тантанаһы булды.
Фәрит Бикбулатов (1936 — 2016) танылыу, маҡтау һәм популярлыҡ яуланы, башҡорт эстрадаһы йырҙарын башҡарҙы, милли профессиональ сәнғәтте үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Уның “Етегән шишмә”, “Аҡҡош күле”, “Уҙып барған ғүмер”, “Сәскәйҙәрең толом-толом”, “Гармунлы йәшлек” һәм башҡа йырҙары меңәрләгән тыңлаусының күңеленә хуш килде, даими рәүештә радиола һәм телевидениела яңғыраны.
Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов һуңғы йылдарҙа талантлы рәссам булараҡ та танылды. Уның пейзаждары, йырҙары кеүек, лирик яҡтан һуғарылған, яҡтыға, изгелеккә һәм наҙға бай. Әҫәрҙәренең төп темаһы – Башҡортостандың тәбиғәте, ул тыуған һәм үҫкән гүзәл ерҙәр.
Үҙе иҫән саҡта уның ижади эштәре Аксаков йорт-музейында күргәҙмәгә ҡуйыла. Автор әйтеүенсә, ул олоғайғас, 60 йәше тулғас, һүрәт төшөрә башлай, алдан был һөнәргә бер ҡасан да уҡымай.


Вернуться назад