Фонтанда бейей ете ҡыҙ...11.08.2017
Фонтанда бейей ете ҡыҙ... Танылған башҡорт композиторы Рим Хәсәнов Өфө үҙәгендәге иң күркәм урындарҙың береһенә – “Ете ҡыҙ” фонтанына арнап йыр яҙҙы. Әйткәндәй, Ф. Ғәскәров исемендәге ансамблдең башҡорт халыҡ риүәйәтенә нигеҙләнгән бейеүенә арналған “йырсы” фонтан 2015 йылда асылғайны. Рим Хәсәнов иһә йырын бер ай элек кенә ижад итте.
– Күптән түгел генә фонтан эргәһенән үтергә тура килгәйне. Бейеүсе ҡыҙҙарҙың һындарына һоҡланып ҡарап торҙом, һәр береһен фотоға төшөрөп алдым. Өйҙә иһә һүрәттәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң “Бейеүсе ете башҡорт ҡыҙы” тигән шиғыр тыуҙы. Ул талапсан тәнҡитселәрем – ҡатыным менән ҡыҙыма ла бик оҡшаны. Ошо шиғырға музыка яҙа башланым. Таныштарымдың береһе уны тыңлағас: “Йыр яҙһам, уны “Бейеүсе ете татар ҡыҙы” тип атар инем”, – тине. Шунда йыр атамаһындағы милләткә ҡағылышлы һүҙҙе алып ташларға ҡарар иттем һәм “Фонтанда бейеүсе ете ҡыҙ” йыры килеп сыҡты, – тине ул.
Композитор үҙе башҡарыуындағы яҙманың бер нисә вариантын тәҡдим итә. Поп-музыка стилендәге аранжировкалы яҙмаһы ла бар.
Композитор, шағир һәм автор-башҡарыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР Композиторҙар союзы ағзаһы, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рим Хәсәнов шулай уҡ спектаклдәргә, фильмдарға музыка, инструменталь әҫәрҙәр яҙған, 400-ҙән ашыу йыр авторы ла. Әҫәрҙәренең күбеһе милли башҡорт шлягерына әүерелгән. Автор әйтеүенсә, уның берәү ҙә ишетмәгән йырҙары ла байтаҡ.


Вернуться назад