ЙӘЙ ТӘМЕ11.08.2017
ЙӘЙ ТӘМЕСал ҡылғандың сымыры сабырлығы,
Шишмә һыуһындары ҡымыҙҙа!
Йомшаҡлығы йәнде әүрәтә лә
Бер уртламдан ғына ҡан ҡыҙа!

Сулпы сыңы, һылыу ҡыҙҙар тыны,
Дала иркенлеге ҡымыҙҙа!
Ҡәҙер итеп ҡымыҙ һонһа хужа,
Онотола юлдан бар ыҙа.

Бейә, аттар тотҡан, ҡымыҙ бешкән
Уңғандарға рәхмәт әйтәмен.
Һәр тамсыла күңел ихласлығы,
Әскелт кенә ҡымыҙ – йәй тәме.


Вернуться назад