Ансамблдең ижади еңеүе11.08.2017
“Эй эйелмәй, бөгөлмәй,
Матур баҫа түгелме,
Матур итеп бейегәндә
Күңел аса түгелме”.

Шаршау асылыуға баян телдәренән ошондай бер күтәренке бейеү көйө яңғырай. Һәм шунда уҡ сәхнәгә болан тиҙлеге менән килеп баҫҡан һылыу һынлы бейеүсене күрәбеҙ. Уның өҫтөндәге тәңкәле еләне, башында мунсаҡлы ҡашмауы, сәс үрмәһендәге сулпылы сәсмәүе беренсе ҡарауға уны ҡыйыуһыҙ, оялсан итеп күҙ алдына баҫтыра. Ләкин ул “матур итеп бейегәндә” ҡарлуғас кеүек кәйелеүсән еңел йөрөшө һәм яғымлы йылмайыуы менән тамашасының бөтә иғтибарын үҙенә ылыҡтыра. Бейеүсе ҡыҙ киң йыйын майҙанын хәтерләткән түңәрәкте бер-ике әйләнеп сығыуға, уны елкенсәк егет-елән, ҡыҙ-ҡырҡындар уратып алалар. Улар, гүйә, болонлоҡтағы сәскәләр кеүек сәхнәне биҙәкләйҙәр. Яңғыҙ бейеү күмәк бейеүгә әйләнә.
“Гөлнәзирә” исемле был күмәк башҡорт бейеүе Башҡортостан халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репертуарында ныҡ урын алған һәм ансамблдең концерт программаһында баш һүҙ булып яңғырай.
Ошо көндәрҙә Рус драма театрында, Ҡыҙыл Армия йортонда һәм Совнарком залында ансамблдең ҙур концерты булды. Концерт баш ҡала тамашасылары тарафынан айырыуса ҡунаҡсыл йылылыҡ менән ҡабул ителде. Концерт программалары киң һәм төрлө ине: башҡорт, татар, рус, украин, белорус, молдаван, сиған һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәре.
Ансамбль составындағы халыҡ араһынан сыҡҡан йәш таланттар сәхнәлә, гүйә, аҫыл таш булып йымылдайҙар. Улар үҙҙәренең башҡорт халҡына хас булған киң алымдары һәм характерлы еңел бейеүҙәре менән айырылалар – кәүҙәләрен тигеҙ тотоп, бер тәртипкә баҫҡанда аяҡтарының йылдам йөрөштәренә күҙең дә эйәрмәҫ.
Уларҙың сығыштарының нигеҙендә тулы ҡанлы тормош – ауырлыҡтарға һис ҡасан да баш эймәҫ күңел күтәренкелеге, алсаҡ уйынсаҡлыҡ ярылып ята. Башҡорт халҡының, шулай башҡа халыҡтарҙың милли бейеүҙәрен башҡарғанда халыҡтың йөрәк тибешен тояһың.
Был концерттарҙа Башҡортостан столицаһының тамашасылары башҡорт халҡының үҙ ансамбле коллективы менән яҡшыраҡ һәм яҡыныраҡ танышты. Ансамблдең йәш таланттары араһында БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исемен алыуға ирешкән көстәр – артистар Идрисов, Ибраһимов, артистка Мағазова һәм башҡалар бар. Уларҙан ҡала Мостафа Шумков, Маргарита Капылова һәм башҡалар өмөтлө генә бейеүсе булып үҫеп киләләр. Ансамблде ойоштороу һәм уны үҫтереүҙә күп көс һалған Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәровтың хеҙмәттәрен айырыуса билдәләргә кәрәк. Шулай уҡ Ансамблдең музыкаль оформителе композитор-баянсы Таһир Кәримовтың да күрһәткән хеҙмәттәре ҙур.
Башҡорт халыҡ бейеү ансамбле 1944-45 йылғы сезонда Советтар Союзының күп кенә өлкә һәм ҡалаларында булды. Йөҙәрләгән Ҡыҙыл Армия командирҙарын, һалдаттарҙы һәм меңәрләгән башҡаларҙы хеҙмәтләндерҙе. Ансамбль ҡайҙа ғына булһа ла, ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм туғандарса йылылыҡ менән ҡабул ителде. Бигерәк тә күрше республика Татарстандағы сығыштары ике туған республика араһындағы ижади дуҫлыҡты нығытыусы байрам төҫөн алды.
Ансамбль ошо йылдың 25 октябренән 5 ноябргә тиклем Свердловск ҡалаһында уҙғарылған халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең Бөтә Рәсәй конкурсында ҙур уңыштар менән ҡатнашып, беренсе урынды алыу бәхетенә иреште. Шулай уҡ Бөтә Союз күләмендә (Мәскәүҙә) уҙғарыласаҡ III тур конкурста ҡатнашыу өсөн кандидат итеп билдәләнде.
Башҡортостан халҡы, ҙур көскә әүерелеп, үҫеп килгән ансамбленең был уңыштары менән ғорурлана һәм уның артабанғы ижади эшендә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеүен теләй.

Н. ИДЕЛЬБАЙ.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”.
1945 йыл, 30 декабрь, № 256).
Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.
__________________
Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль үҙенсәлектәре һаҡланды.


Вернуться назад