…Егән буйына күптән ҡурылған тәмле шашлыҡ еҫе таралған. Сәхнә янында һуңғы репетиция. Тик был байрам башланманы әле тигән һүҙ түгел – ул күптән бара инде. Кемдер ҡуш ҡуллап ауылдаштары менән күрешеп йөрөй, инәй-бабайҙарҙы арҡаһынан һөйөп китә, кемдер ситтәрәк күпереп үҫкән үләнгә иркенләп ултырып, яҡташтарын-туғандарын күҙәтеп кинәнә. Эйе, күңелдәрҙә күптән байрам! Сит яҡта йәшәп түгел, күрше тороп та хәл белергә ваҡыт булмай ҡайһы саҡта, ауылдаштарың менән бер рәхәтләнеп һөйләшеп-көлөшөп алыу насармы ни сәхрәлә? Ғөмүмән, һәммәһе өсөн дә ҙур мәғәнәгә эйә булды Әрмет-Рәхимдә үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы. Әсәһенең ҡулында килеш алты айлығы ла, алтмыштан уҙғаны ла ашҡынып килеп еткәйне сараға.Байрамға – яңы юлдан!Байрамда шуныһы бигерәк тә һоҡландырҙы: шаулап та, һибәләп кенә лә “эйәләшкән бер болотто” был көндө бикләп ҡуйҙылармы ни – күктән йылмайған Ҡояш апай йылыһы менән ҡунаҡтарҙың күңеленә кәйеф өҫтәмәй ҡалманы. Бәхеттәре бар икән әрмет-рәхимдәрҙең тигән уй үтте баштан: ҡойоп-түккән ямғыр шып туҡтаһын әле. Хәйер, Хоҙайҙың бүләгелер был. Шуға тантананы Уның исемен атап башлап ебәреү, ауылдың дин әһеле Флүр Дәминев фатихаһын алыу тәрән мәғәнәгә эйә булды.
Бәхет тигәндән, был байлыҡҡа эйәләрҙең байрамдары бер көндә, ти халыҡ: сараға ялан ғына түгел, ауыл урамы ла күркәмләнде. Байрам башланыр мәлгә әрмет-рәхимдәрҙең генәме, ошо ауыл аша үтеп йөрөгән башҡа юлсыларҙың да күптән маҙаһына тейеп бөткән юл проблемаһы хәл ителде – үҙәк урамға яңы асфальт түшәлде.
— Оҙаҡ ваҡыт борсоған мәсьәлә хәл ителде – республика бюджетынан аҡса бүленде, юл яңырҙы, — тине башҡарылған эш тураһында Петровский ауыл Советы хакимиәте башлығы Ольга Морозова әрмет-рәхимдәрҙе байрам менән тәбрикләгән мәлдә. Ольга Николаевнаның ихлас теләктәренә район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Ләйсән Садиҡова ла ҡушылды:
— Туғандарыңды барлау, шәжәрәңде юллау – борондан ҡалған изге йола, — тине ул. – Яҡындарығыҙ менән бергәләп байрамды матур итеп ҡаршы алығыҙ!
Халыҡ таянырҙай егеттәрЭйе, ауылда юл яҡшырҙы, һыу бар, газ тоташтырылған. Бындай мөмкинлектәрҙән файҙаланып, ең һыҙғанып эшләргә, ҡәҙерен белеп йәшәргә генә ҡала. Әрмет-рәхимдәр быны яҡшы аңлай һәм кендек ҡаны тамған ерҙе төйәк итер өсөн бар көсөн һалып тырыша. Урындағы билдәле эшҡыуар, район депутаты Наил Шәрәфетдиновтың тормошо – быға асыҡ дәлил. Үҙенә лә, ауылдаштарына ла, күрше ауыл вәкилдәренә лә эш урыны булдырып, иген сәсеп, мал үрсетеп, он һатып, төбәгенең данын күтәреп йәшәй ул ғаиләһе менән. Наил Фәйзрахман улы, ауылдаштары өсөн шатланып, сәхнә түрендә былай тип белдерҙе:
— Аллаға шөкөр, һәр урам һайын яңы йорттар ҡалҡа, тимәк, Әрмет-Рәхимдә тормош дауам итә – быға шөкөр итмәү мөмкин түгел.
Шуныһын да әйтергә кәрәктер: Наил Шәрәфетдинов бизнес менән генә мауығып, үҙ ҡаҙанында ҡайнап ҡына йәшәмәй, ә яҡташтарына иғтибарлы, уларҙың тормошо өсөн борсолоп көн итә. Кемгә матди ярҙам, икенсеһен эшкә урынлаштырыу, байрам сараларын ойоштороу, ауылдаштарын гәзиткә яҙҙырыу — былар барыһы ла уның иңе күтәргән изгелектәр.
Эйе, шәхестәрҙе халыҡ күтәрә, халыҡтың таянысы – йәнә шәхестәр. Әрмет-Рәхим ауылында бындай ил ағалары барлығына шөкөр ҡылырға ғына ҡала. Шул уҡ ваҡытта ағайҙарҙан бер ҙә ҡалышмаған апайҙары менән дә бәхетле был ауыл – үҙе клуб мөдире, үҙе староста, үҙе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Йәмилә Фәхриеваһыҙ бында хатта япраҡ та ҡыштырламайҙыр. Мәҙәниәт усағында бергә эшләгән ҡыҙҙары ғына түгел, уларҙың тормош иптәштәре менән бергә һәр башланғысты ойоштороп, уны үҙҙәре үк тормошҡа ашырып йөрөгән, халыҡты берҙәмлеккә күндерә алған был килендән әрмет-рәхимдәр, әйтергә кәрәк, уңған. Хәйер, ауыл халҡы үҙе лә бит бер төптән: тирә-яҡты йыйыштырыу булһынмы йә иһә башҡа көнүҙәк мәсьәлә күтәрелһенме – дәррәү эшкә тотоналар.
Ошо сара мәлендә генә лә ул ҡунаҡтарҙы ҡарап, халыҡты дәртләндереп, сәхнәлә барған сығыштарҙы күҙәтеп торған арала хәбәрсегә ауылдың киләсәген күҙалларға, проблемаларын барларға, күренекле шәхестәре менән таныштырырға өлгөрә:
— Алдағы ваҡытта Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында клубҡа яңы төҫ биреүҙе планлаштырабыҙ, ауылды тағы ла күркәмләү маҡсатында таҙартыу, биҙәү эштәре көтә, — ти ул, шунда уҡ кемгәлер күрһәтмә биреп.
Баҡтиһәң, бейеүсе ҡыҙҙар сәхнәгә күтәрелә икән – ойоштороусы шулар менән мәшғүл.
Эйе, ауылда булдыҡлылар булыуы яҡшы, тик, бәхетле булғас, бәхетле икән был халыҡ: Әрмет-Рәхимде шулай уҡ райондың билдәле эшҡыуары Геннадий Лейтер ҙа ярҙамынан өҙмәй. Ул да – бихисап сараларҙың бағыусыһы.
Бағыусы тигәндән, байрамда бер һоҡландырғыс күренешкә тап булдыҡ. Баҡтиһәң, йәштәрҙең байтағы, ҡалала көн итһә лә, тамырын онотмай, нигеҙҙәренә ҡайтып тора, ауылы өсөн янып йәшәй. Миҫал артынан йыраҡ йөрөйһөмө: Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөш өлкәһендә үҙ эшен булдырған Ратмир Фәхриев был йәһәттән ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ул, ҡалала үҫеүенә ҡарамаҫтан, атай йортона үтә лә иғтибарлы. Мәҫәлән, ауылында кем әле 250 мең һумға балалар өсөн майҙансыҡ яһата?! Афарин, Ратмир. Әйткәндәй, әлеге байрам концерты ла уның ярҙамы менән үтә – йәш эшҡыуар Стәрлетамаҡтан бер төркөм йырсыны ҡунаҡҡа саҡырған. Иң мөһиме — егет был изге эштәрен халыҡ алдында маҡтанып һөйләп йөрөмәй. Ошо урында кеше башҡарған хеҙмәтте лә үҙенеке итеп күрһәтеп, берҙән биш яһап шапырынған бәғзе кешеләр иҫкә төшә…
Сере асыҡланды…Тәбрикләүҙәр тамамланғас, байрамды нәҡ Ратмир ойошторған концерт биҙәй. Мират Хакиев сәхнәгә килеп сығыу менән, халыҡ дәррәү ҡул саба, йырсы тыуған яҡ, тыуған тупраҡ һымаҡ изге төшөнсәләрҙе данлаған әҫәрҙәрен башҡарғанда ҡушылып йырлай, бейеп тә ала. Ошо минуттарҙа, иманым камил, һәр кем үҙенең яҡындарын барлай, туғандарын иҫләмәй ҡалмай.
Әлбиттә, һабантуйға яңғыҙ йөрөмәйҙәр, сәхнә түрен инде икенсе артист биҙәй – Алик Артыков әрмет-рәхимдәрҙе берсә көлдөрә, берсә моңландыра.
— Әлфиәләр бармы, киләһе йыр һеҙҙең өсөн, — тип иғлан итә ул һәм яландағы Әлфиә исемле гүзәл заттарҙы сәхнә түренә саҡыра.
Шул мәл йыйылған халыҡ дәррәү көлөп ебәрә, ҡул саба – сәхнәгә Әлфиә тип саҡырһалар ҙа, Динар исемле егет күтәрелә. Байрам кәйефе яңырғандай булып китә. Нисек кенә булмаһын, дәртле икән Динар – сәхнә тултырып артисҡа ҡушылып кинәнеп бейей. Рәхмәт, егет, кәйефте күтәрҙең!
Әлбиттә, йыр-моң буйынса әрмет-рәхимдәр ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Әлфиә Фәхриева ла ауылдаштарын үҙенең йырҙары менән ҡыуандыра, яланда баян да телгә килә, йырламағандар бейергә төшөп китә. Тик күңелгә нимәлер етмәй… Байрамдың ҡыҙған мәле – спорт уйындары! Ҡайһы туп волейбол селтәре аша осоп йөрөй, ҡайһыһы ерҙә тибелә, бағаналар ҙа тик тормай, көслө ҡулдар тейгән һайын һелкенә генә, нисек кенә үрмәләүселәргә ҡаршы торорға тырышмаһын, иң башындағы бүләктең хужаһы табыла. Ғөмүмән, спортты ярата ауыл халҡы.
…Эйе, төрлө яҡлап бәхетле әрмет-рәхимдәр: үҙҙәре лә шәп, дуҫтары ла бынамын тигән; байрам үткәрергә булһалар, ана бит, хатта һауа торошо ла булыша. Тик бер һорау тынғы бирмәй: нимәлә һуң уларҙың бәхет сере? Уйланғанда баяғы Динар исемле егет иҫкә төшә, Ратмир менән Наил ағай күҙ алдынан үтә, халыҡтың зыяратты кәртәләүе, мәсетте нығытыуы һымаҡ изге эштәре онотолмай. Тимәк, бәхет нигеҙе дәртләнеп, тырышып-тырмашып, берҙәм булып һәм бер-береңде хөрмәт итеп йәшәүҙәлер.
Ишембай районы.