“Йәйләү” беҙҙе тәрбиәләне11.08.2017
“Йәйләү” беҙҙе тәрбиәләне“Йәйләү” балалар лагеры тураһында беренсе тапҡыр беҙ Мәскәүҙә йәшәгәндә ишеттек. Үҙенсәлекле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн ошондай тәрбиәүи программа барлығы тураһында дуҫтарыбыҙ таң ҡалып һөйләне. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң беҙ эш буйынса Санкт-Петербург ҡалаһына күсеп килдек. Бында ла яңы дуҫтарыбыҙҙан ошо лагерь тураһында ишетеп ғәжәпләндек. Баҡтиһәң, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар йәй балаларын Төркиәгә йәки Анапаға түгел, ә тап Башҡортостандағы “Йәйләү”гә ебәрергә тырыша икән.

Шуның өсөн Таһир улыбыҙ мәктәпкә уҡырға төшкәс, барыһын да үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү өсөн, ниһайәт, уны ошо лагерға килтерҙек.
“Йәйләү” лагерының махсус програм­маһы авторы – күренекле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Бураҡаева. Уның программаһына ярашлы, ял йыл һайын Башҡортостандың төрлө райондарында ойошторола. Быйыл республика “Йәйләү”е Әлшәй районында ла уҙғарылды, ә беҙ атай-олатайҙарыбыҙҙың төйәгендәге лагерь менән нығыраҡ ҡыҙыҡһындыҡ – ул Ейәнсура районының “Ал елкән” балалар лагеры базаһында ойошторолдо.
Һынлы сәнғәт өлгөһө кеүек кенә күренгән Урал тауҙары һырты фонында, Ҙур һәм Бәләкәй Һүрәм буйындағы күркәм өйҙәр һәм лагерҙың изгелекле хеҙмәт­кәрҙәре шунда уҡ уңайлы мөхит тыуҙырҙы. Ә артабан инде фәҡәт беҙ ни теләгәнбеҙ, шул башланды.
Беренсенән, лагерҙа аралашыу башҡорт телендә. Үкенескә ҡаршы, бөгөн күп балалар, бигерәк тә Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәр, башҡортса һөйләшә белмәй. Шуға күрә тик башҡортса һөйләшеү “Йәйләү” программаһының ҙур өҫтөнлөгө булып тора. Икенсенән, лагерҙа 21 көн буйы балалар тулыһынса үҙ халҡының мәҙәни йолалары буйынса йәшәне.
Бында бүтән лагерҙарҙағы отрядтар урынына ял итеүселәрҙе башҡорт ырыуҙарына бүлделәр. Һәр бала үҙ ырыуының ағасын, ҡошон, тамғаһын, оранын, батырҙарын белә. Кис дискотека урынына киске уйын ойошторолдо һәм унда ритайым уҙғарылды. Күңел асыу программаһына төрлө концерттар һәм милли уйындар инде. Былар арҡылы балалар яйлап Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте менән танышты. Мәҫәлән, бейеү бәйгеһе аша балалар күренекле башҡорт бейеүселәре Фәйзи Ғәскәров, Рәшиҙә Туйсина, Мөхәммәт Иҙрисов хаҡында белде. Ә инде һүрәт төшөрөү бәйгеһе республикабыҙҙа һынлы сәнғәткә башланғыс һалған рәссам Ҡасим Дәүләт­кил­деевкә арнап ойошторолдо.
Башҡортостанда шундай илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән программа булды­рылғанына беҙ бик шатбыҙ. Бында бит төрлө райондарҙан һәм Рәсәй төбәктә­ренән килгән балалар тупланып, үҙ халҡының рухи ҡиммәттәре хаҡында белеп кенә түгел, ә йәш күңелдәрен уның менән һуғарып ҡайта. Ейәнсура районында үткән “Йәйләү” профилле сменаһын ойоштороу­сыларға, программа авторы Мәрйәм Бураҡаеваға, “Ал елкән” лагеры директоры Байрас Ҡансуринға, шулай уҡ бөтә хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт.

Санкт-Петербург ҡалаһы.


Вернуться назад