Йәйғорло ғүмер12.04.2012
Йәйғорло ғүмерУның бар булмышы йәйғор төҫтәренән генә ҡойолған тылсымлы һүрәт төҫлө. Рәссам булғаны өсөн генә әйтмәйем, күңеле менән матур ул. Хәйер, ижад кешеһе шундай булырға тейештер ҙә. Башҡалар иғтибарға ла алмағанды күрә белгән, тормоштоң уйламаған “серҙәрен” асҡан, ваҡыт даръяһын “ауыҙлыҡлап”, һине үткәндәргә алып ҡайтҡан, ниндәйҙер кимәлдә үҙе лә ошо асыштары менән янған, көйгән, илһамланған кеше генә тоғро ҡала бындай сәнғәткә. Ә унда барыһы ла бар: тормош, тарихи ысынбарлыҡ, шат йөҙҙәр, йылдар ағышы, йәшәйеш һәм, әлбиттә, үҙенең — гәзитебеҙҙең биҙәлеш мөхәррире Нәсих ХӘЛИСОВТЫҢ — йәйғорло ғүмер балҡышы, йөрәк һулышы, күңел йылыһы.
Мин уның фотоға төшөргәнен күҙәтергә яратам. Һунарсымы ни! Башҡаларға һиҙҙермәй генә тормошто күҙәтә. Ҡыҙыҡлы тип тапҡан күренештәрен тотоп ала. Иң мөһиме — ул, ана шул ябай ғына мәлдәрҙе лә мәңгеләштереп, сәнғәт бейеклегенә күтәрә, тылсымлы төҫтәр аша тормошҡа, донъяға башҡа күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә, матурлыҡты, ысынбарлыҡты күрә белергә өйрәтә. Күңеле менән барыбер ҙә ҡылҡәләм сәнғәтенә тартылғанлыҡталыр уның сере. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетына ла ана шул һүрәт төшөрөргә әүәҫлеге, рәссам булыу теләге алып килә бит уны. Әммә тормош Нәсих Хөббөтдин улының яҙмышына үҙ төҙәтмәләрен индерә — хеҙмәт юлын ул “Башҡортостан ҡыҙы” журналының биҙәлеш мөхәррире вазифаһында башлай.
Майлы буяуҙарҙы ситкә ҡуйып, өр-яңы йүнәлеште үҙләштереүенә лә байтаҡ йыл үткән. Бөгөн ул — “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире, 1989 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Ғәҙәттә, матбуғат сараларында биҙәлеш мөхәррирҙәренең хеҙмәте әллә ни күҙгә салынып бармай. Асылда иһә баҫманың һәр һаны, уҡыусы хөкөмөнә сығарылған һәр фотоһүрәт, коллаж уларҙың үткер күҙе аша үтә, күңел йылыһы, тилбер ҡулдары аша һынлана. Нәсих Хөббөтдин улы ла журналистарҙың ҡыҫҡалыҡ һәм ыҡсымлыҡ принцибын үҙ хеҙмәтендә камиллаштырыуға өлгәшкән. Талантлы, ижади фекер йөрөтөүсе рәссамдың оҫталығы художестволы эштәрендә генә түгел, ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәрендә лә сағыла: ул фото сәнғәте нигеҙҙәрен яҡшы үҙләштергән һәм редакция фотохәбәрселәренең эшен әүҙем тулыландыра.
Нәсих Хөббөтдин улы фото эше менән бала саҡтан уҡ, Әбйәлил районының Хәлил урта мәктәбендә V-VI кластарҙа уҡыған осорҙа, мауыға башлай. Республика урта художество мәктәп-интернатында уҡыған йылдарҙа ла ошо сәнғәтте ҙур теләк менән үҙләштерә. Атаһы һатып алып биргән “Смена-8” аппараты менән тәүге фотоһүрәттәрен төшөрә. Студент йылдарында фото эшенә ныҡлап бирелә. Ябай ауыл эшсәндәре, бик күп туғандары, иң яҡын кешеләре, тоғро дуҫтары, яратҡан һеңле-ҡустылары — фото сәнғәте менән шөғөлләнә башлаған мәлдә тәүге ижади исемлеккә ингән геройҙары. Һуңыраҡ “ФЭД”, “Киев-19” фотоаппараттарын һатып ала, унан һуң заманса өлгөләге һанлы ҡорамалдар барлыҡҡа килә. Рәссам ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс эштең асылына шулай төшөнә.
— Фото сәнғәтенә, буяуҙар балҡышына һөйөү тормошто яратыуҙан киләлер ул, — ти Нәсих Хөббөтдин улы. — Бәләкәстән һүрәт төшөрөргә яраттым. Буш ваҡытым булһа, йәһәт кенә ҡәләм, аҡ ҡағыҙ алам да башкөллө үҙ донъяма сумам. Ҡылҡәләм сәнғәтенә булған һөйөүемде атай-әсәйем дә хупланы. Атайым фотоаппарат һатып алып биргәс, һөнәрем тағы ла артты. Әлбиттә, тәжрибә йылдар менән килде, әммә матурлыҡҡа ынтылыш күңелемә бәләкәйҙән тынғы бирмәне.
— Фотограф һәм рәссам. Тәү ҡарамаҡҡа икеһе ике төрлө сәнғәт түгелме ни ул? — тип ҡыҙыҡһынам геройымдан.
— Төҫтәр балҡышы берләштерә уларҙы. Мин үҙем фото сәнғәтендә лә, һүрәт төшөргәндә лә яҡтылыҡҡа, асыҡлыҡҡа ынтылам. Әлбиттә, тормоштоң бөтә күренештәрен ап-аҡ итеп тә булмай, әммә ана шул ҡараңғылыҡта ла ышаныс һәм өмөт сатҡыларын күреү һәм башҡаларға ла күрһәтә белеү, кешене яҡты киләсәккә инандырыу, ахыр сиктә төҫтәрҙе байыраҡ, йылыраҡ итеү — сәнғәттең төп асылы, минеңсә, ошонда, — ти ул.
Заман технологиялары көндән-көн камиллаша барғанда фотоаппарат яңылыҡ түгел. Һуңғы ваҡытта фото төшөрөүҙә лә теләге булған һәр кем әүҙемләшә төштө. Шуға был тармаҡты сәнғәт төрөнә индереү ниндәйҙер кимәлдә килешеп тә етмәй төҫлө. Әммә Нәсих Хөббөтдин улы менән аралашҡан һайын уйҙарымдан кире ҡайтам. Уның ниндәй генә фотоһүрәтен алып ҡарама, ер һулышы тойола, йылдар ауазы ишетелә, йылылыҡ бөркөлә. Уға хатта ваҡыт та буйһона төҫлө: тормош ағышы бер мәлгә генә туҡталып, һине үҫмер саҡтарыңа, йәшлегеңә алып ҡайта, хәтфә яландар буйлап йүгертә, ихлас кешеләр менән осраштыра. Был — сәнғәт, ә сәнғәт мәңгелек.
— Ҡайҙа фотоға төшөрөү еңелерәк? Ҡалаламы, әллә ауылдамы? — тим.
— Ауылда. Унда бөтә нәмә тәбиғи. Яһалмалыҡ юҡ. Кешеләр ҙә, уларға ярарға тырышыпмы, хатта тәбиғәт тә, тормош үҙе лә шул тиклем ябай, ихлас, асыҡ. Тыуған яҡтарыма ҡайтһам, яратҡан шөғөлөмдән кинәнес алып, илһамланып киләм, — тип яуаплай Нәсих Хөббөтдин улы.
Әйткәндәй, Нәсих Хәлисовтың биҙәлеш мөхәррире булараҡ һөнәри эшмәкәрлегенә килгәндә, күптәр уны эмблемалар эшләү оҫтаһы булараҡ яҡшы белә. Уның Башҡортостанда Спорт һәм сәләмәт тормош йылына, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына, Ғаиләгә социаль ярҙам йылына, Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына, Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған символ-эмблемалары иң яҡшыһы тип танылды. Бөгөн иһә Нәсих Хөббөтдин улы республикабыҙҙағы сағыу шәхестәрҙең уникаль фотоһүрәттәре һәм Башҡортостандың сәйәси, иҡтисади-социаль һәм рухи-мәҙәни тормошонан иҫтәлекле ваҡиғалар тураһында фоторепортаждар һаҡланған ғәйәт ҙур фотоархивҡа һәм фотокартотекаға эйә. Киләсәктә ул ижад емештәренән тупланған фотоһүрәттәр каталогын да нәшер итмәксе.
Пландары күп Нәсих Хәлисовтың. Ҙур картиналар яҙыу ниәте лә хыялда ғына ҡалыр тимә.
— Әлегә бер нисек тә ваҡыт еткерә алмайым, әммә күңелем менән һаман да буяуҙарға, төҫтәр балҡышына, бәләкәстән үҙ иткән “тылсымлы” донъяма тартылам, — ти ул.
Тағы... Үтә ихлас кеше ул Нәсих Хөббөтдин улы. Ижадында ла, тормошта ла. Бигерәк тә ҡатыны Фәриҙәгә, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөүе хайран ҡалырлыҡ. “Донъялағы бар изгелек бер-береңә булған мөнәсәбәттән тыуа” тигәндәй, Нәсих Хәлисовтың күңел изгелеге тормошто яратыуҙан, уны тағы ла матурыраҡ, тулыраҡ итеп күрергә ынтылыуҙан ғына түгел, ә бар кешелеккә булған хөрмәтенән дә. Юҡһа, тормошто асыҡ төҫтәрҙә генә күрергә теләүен һәм матурлыҡты сәнғәт бейеклегенә күтәреүен нисек аңларға?
Шағир әйткәнсә:
Тормош — бәйге! Була шундай саҡтар:
Ярылырҙай була йөрәгең.
Ир намыҫлы булһаң был бәйгелә,
Ярһымай ҙа булмай, күрәһең.
Янып-ярһып ижад итер йәштә әле һеҙ, Нәсих Хөббөтдин улы! Иңдәреңдә — ирҙәр олпатлығы, дарманыңда — ирҙәр ныҡлығы.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА


Вернуться назад