19 августа Бөрйәндәге Арғыҙма яланында “Бөрйән балы – башҡорт даны” тигән этнофестиваль үтәсәк.
Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ, бөгөнгөһө хәйерһеҙ, тип йәшәй Бөрйән халҡы. Шуға ла заман дөлдөлөнөң ялына матҡып йәбешеү менән бер рәттән элеккеһен дә онотмай – ата-бабаһы юлын ҡыуа, кәсебен тергеҙә, солоҡ юна, күс үрсетә. Аллаһ Тәғәлә бушҡа ғына изге Ҡөрьәндә, бал ҡортона Раббың күрһәткән юлдар буйлап ос, тип бойормаған да ошо аҡылды беҙгә еткермәгән: “Был эштәрҙә (бал ҡорттарының ағас ҡыуыштарында һәм кешеләр ҡорған ҡаралты-ҡураларҙа үҙҙәренә оя яһауы, унан һуң емештәрҙең һәр береһенән ауыҙ итеүе – улар эсенән кешеләр өсөн шифа булырлыҡ төрлө төҫтәге шәрбәт сығыуы) уйлай белгәндәр өсөн бөйөк ғибрәт-дәлилдәр бар”.
Бөгөн кем солоҡсолоҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, шуның “эш юҡ”, тип зарланыу түгел, ауыҙ асырға ла ваҡыты юҡ: донъяһын да бал һатҡан аҡсаға төҙөй, балаларын да ошо аҡсаға уҡыта, техникаһын да ала һ.б.
“Бал байрамы” алдынан район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.— Ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ — Бөрйән башҡорттарының боронғо шөғөлө. Был кәсепкә тоғролоҡто халҡыбыҙ әле лә һаҡлай. Быйыл үтәсәк “Бал байрамы” алдына ниндәй маҡсаттар ҡуйыла?
— Һәр райондың үҙенә генә хас үҫеш юлы, бренды бар. Бөрйән тигәс, күҙ алдына мәшһүр “Урал батыр” эпосы, ҡасандыр ошо эпостың геройҙары төйәк иткән Шүлгән мәмерйәһе, шырлыҡтарыбыҙҙы ҡыҙырып, хужалығын белгертеп йөрөгән айыуҙар, болон-туғай сәскәләренән, данлыҡлы Бөрйән йүкәләренән шифалы бал йыйған бал ҡорттары күҙ алдына килә. Хоҙай биргән ошо ниғмәттәрҙе дөрөҫ файҙалана, йәшәү сығанағына әйләндерә белергә лә кәрәк бит. Был юҫыҡта беҙ һынатмайбыҙҙыр, тим.
Тәбиғәтебеҙҙең ошо байлығына һоҡланып, уны яратып йәшәүҙән тыш, беҙ тәрбиәүи эштәр алып барырға, рух үҫтерергә, матди яҡты ла онотмаҫҡа икәнлеккә төшөндөк. Мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр” буйынса йәш сәсәндәр конкурсы 19 йыл әүәл беҙҙә башланғайны. Был сараның тәрбиәүи роле иҫ киткес.
Быйыл ҡыш Ватанды һаҡлаусылар көнөндә 48-се тапҡыр уҙғарылған, инде традицияға әүерелгән санала ат ярышы нәҡ беҙҙә генә үтә ине. Шөкөр, был башланғысты хәҙер баймаҡтар “йоҡтороп“ алды – быйыл Темәстә ошондай ярыш ойошторолдо.
Әбделмәмбәттәр былтыр башлаған “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы быйыл йәй райондың бер нисә ауылында уҙҙы, сит райондар ҙа быны йолаға әйләндермәксе.
“Бөрйән балы — башҡорт даны” этнофестивале быйыл өсөнсөгә үтә. Биләмәһенең күпселек өлөшөн урман алып торған, сәскә һайын бал ҡорттары геүләшкән, баҡса һайын күс-күс умарталары, ҡолас буйламаҫ йөҙ йәшәр ағастары һайын солоғо булған Бөрйәндә үтмәй, был байрам ҡайҙа үтһен?! Солоҡсолоҡ, ҡортсолоҡ – беҙҙең бренд, беҙҙеке генә түгел, республиканыҡы ла. Ошоно бөрйәндәр һүҙҙә генә түгел, эштә лә раҫларға бурыслы.
“Бал байрамы”н үткәреү – ул күңел асыу ғына түгел, балсы ҡулынан бал тамыр, тигән халыҡ аҡылын заманлаштырып, балсы ҡулына бол (аҡса, байлыҡ) тамыҙыу ҙа ул, үҙенә күрә йәрминкә, баҙар, үҙеңдең тауарыңды ситтәргә тәҡдим итеү, танытыу...
Йәш быуын вәкилдәре ошондай байрамдарҙы тамаша ҡылып ҡына ҡалмай, тәрбиә, тәжрибә ала, ата-бабаһының кәсеп-шөғөлөн өйрәнә. Беҙҙең халыҡ үҙе етештергән әйберен, ризығын бүләк, күстәнәс итеп бушлай бирергә әҙер, ә һатып аҡса эшләргә һаман өйрәнеп етмәй – был тәңгәлдә лә заманса фекер йөрөтөү зарур. Тағы шуныһы: халыҡта һаман балды боронғоса фляга һәм өс литрлыҡ банкаларҙа һатыу “мода”ла. Заманса һауыттарға һалып, булған байлыҡтың дәрәжәһен арттырып һатыу итергә лә өйрәнергә ваҡыт.
— Бөгөн территориаль үҫеш тураһында күп әйтелә. Беҙҙең район биләмәһенең 92 процентын урман биләй. Урман участкаларын ҡуртымға алырға, солоҡсолоҡто, ҡортсолоҡто үҫтерергә, татлы продукция етештерергә киң мөмкинлектәр бар...
— Беҙ элек тирә-йүнебеҙҙе атай-олатайҙарҙың ере тип ҡабул итә инек. Хәҙер иһә ерҙәрҙе документлаштырыу шарт. Ҡортсолоҡ, тигәс, беренсе булып йүкәлектәр күҙаллана. Әлбиттә, матур, заманса, баҙҙары, йорттары булған умарталыҡтар тотоу ҡулай. Былай иткәндә күстәрҙе лә ишәйтергә була: ауылдағы кеүек күрше-маҙарҙы ҡорт сағып йөҙәтмәй, техника бимазаламай, картуф ҡуңыҙына һибелгән ағыу зарар һалмай һ.б. Ерҙәрен 49 йылға ҡуртымға алған ҡортсолар бар. Бөгөн урман ерен ҡуртымға алам тигән кешегә документтар сылбырын йырып сығыу фарыз. Күптәр ошо проблеманы хәл итә алмай баҙап ҡала. Был тәңгәлдә төрлө кимәлдәге етәкселәргә уйланырға, халыҡҡа уңай булған бер фекергә килер кәрәк. Урман хужалығында был хаҡта беләләр – ярҙам итергә торалар. Бөгөн йыбанмау кәрәк, шуға ҡортсоларға ла һәр йәһәттән әүҙем булыу шарт.
— “Бал байрамы”на ниндәй ҡунаҡтар көтөлә, сара ниндәй форматта үтәсәк? Этнофестиваль программаһы тураһында әйтеп китмәҫһегеҙме?
— Байрамға күрше райондарҙан, тотош Башҡортостандан ҡортсолар, етәкселәр көтөлә. Министрлыҡтарға саҡырыуҙар ебәргәнбеҙ. Халыҡ бөрйән тәбиғәтенең матурлығын күрһен, Бөрйән балының тәмен татыһын, бәҫен белһен.
Төп маҡсат — халыҡ балын һатһын, килем алһын, Бөрйән балының данын таратһын. Байрам барышында төрлө мәҙәни саралар ойошторолоп, халҡыбыҙҙың матур йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо йәшәйеше тамашасы иғтибарына тәҡдим ителәсәк. Килгән ҡунаҡтар тирмәләргә инеп, боронғолоҡҡа “сумасаҡ”, ҡортсолоҡ-солоҡсолоҡ тарихы менән таныша, ҡыҙыҡһыныусылар ысын оҫталарҙың кирәм менән солоҡ ағасына менеүен күҙәтә аласаҡ... Байрамда, билдәле, баллы ризыҡтарға, аш-һыуға өҫтөнлөк биреләсәк.
Спорт ярыштары ла үҙенсәлекле генә. Уғатарҙар ярышы, фольклор төркөмдәренең сығышы байрамға йән өрәсәк. Шулай уҡ “Иң тәмле бал”, “Иң яҡшы умарта”, “Ҡортсолоҡ нигеҙендә етештерелгән аш-һыу”, “Иң яҡшы солоҡсо” кеүек конкурстар уҙасаҡ. Түмәр умарта юнып ярышҡан командалар ҙа иғтибар үҙәгендә булыр, тим.
“Бал байрамы” сиктәрендә ҙур “Мәктәп баҙары” ойошторола. Ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләү эшен байрам иткәндә лә атҡара алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Оҙайлы каникулдан һуң яңы уҡыу йылын бына-бына башларға торған йәштәрҙе уйлап, республика артистарын, үҙебеҙҙең таланттарҙы ла саҡырып, киске дискотека ойошторорға ла иҫәп – ҡыҙҙар, егеттәр тупланһын, бер-береһе менән аралашһын, ял итһен.
Ҡыҫҡаһы, был байрамға килгән берәү ҙә үкенмәйәсәк. Уларға нәҡ ошо көндә Шүлгәнташ мәмерйәһенә инеү ҙә ярты хаҡҡа буласаҡ!
— Этнофестивалде үткәреүҙең төп маҡсаттарының береһе – ошо өлкәлә төбәк-ара, хатта халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, бай мәҙәни традициялары, милли кәсептәре үҫешкән райондың имиджын күтәреү, башҡорт балын, унан эшләнгән продукцияны пропагандалау. Ошо йәһәттән бөгөн эштәр нисек тора?
— Эйе, бөгөн үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ята торған заман түгел. Беҙҙең был фестиваль уҙған йылдарҙа ла халыҡ-ара кимәлдә үтте, тип әйтһәң дә була. Алыҫ Германиянан килеп, беҙҙең “Бөрйәнкәй” бал ҡортон өйрәнеп, уның сыҙамлығына, егәрлелегенә һоҡланып ҡайтҡан немец ғалимдары Ремтерҙарҙың беҙҙең ҡортҡа, балға биргән баһаһы ҙур!
Күрше-тирә райондарҙан ҡортсоларҙың килеүе лә яҡшыға — күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға ни етә?! Беҙ бөгөнгө менән генә мөрхәтһенмәй, киләсәктә лә был байрамды райондың үҙенә генә хас йолаһына әйләндерергә уйлайбыҙ.
— Бөрйәнгә генә хас солоҡ ҡорттарының, Бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлау йәһәтенән алып барылған эштәрҙе ҡәнәғәтләнерлек тип баһалап буламы?
— Был тәңгәлдә беҙгә нәҡ бал ҡорттары һымаҡ әүҙемлек күрһәтер кәрәк – бер күскә тупланып, бергә эшләргә, бер маҡсатҡа ынтылырға! Бөрйән ҡырағай бал ҡортон һаҡлап алып ҡалыу – мөҡәддәс бурыс. Ул — үҙенә күрә ата-бабаларҙың аманатын үтәү, үҙебеҙгә генә хас кәсеп-шөғөлдө киләсәк быуынға еткереү. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы ла, “Алтын солоҡ” заказнигы ла ошо маҡсатта барлыҡҡа килгән.
Беҙгә хас булмаған ҡорттарҙың район биләмәһенә инеүе – афәт. Әлбиттә, килгән-киткәнде (бер Рәсәйҙә йәшәгәс) район биләмәһенә индермәй шлагбаум ҡороп ҡуя алмайбыҙ. Бөгөн мәғлүмәт технологиялары үҫешкән заман – кеше Интернет селтәренән ҡорт пакеттарына заказ бирә, алдыра. Шуға ла үҙебеҙгә тағы ла нығыраҡ илһөйәр, ерһөйәр булырға кәрәк. Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртмаһын – йәнтөйәген, киләсәк быуынын уйлаһын. Шул хәлдә юғалмаҫбыҙ һәм юғалтмаҫбыҙ.
Бөрйән бал ҡортон һаҡлау буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Республика Хөкүмәтенә, Ҡоролтайға төрлө тәҡдимдәр менән сығабыҙ.
Ғөмүмән, ҡорт пакеттарын үҙебеҙгә һатырға кәрәк, дәдәндәрҙе лә күмәртәләп етештереп һатыу – заман талабы. Бөгөн бер балды ғына һатыу үҙен аҡламай. Ҡортҡа бәйле нимәне тәҡдим итеп була – бөтәһен дә күҙ уңында тотоу зарур.
Бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлап алып ҡалыу ҡәнәғәтләнерлек, тип әйтергә урын юҡ әле. Алда беҙҙе тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтә.
— Туризм – Бөрйәндең киләсәге, тигән лозунгты бойомға ашырыу йәһәтенән “Бал байрамы”н үткәреү үҙен аҡлаймы? Был сара байрам ғына булып ҡалмаҫмы?
— Беҙҙең халыҡ эшкә генә түгел, байрамға ла лайыҡ. Бал ҡорто кеүек сабыр-түҙем, егәрле бит ул Бөрйән халҡы. Байрам иткән арала рухи байлыҡ менән бер рәттән матди яғын ҡайғыртыусан ул.
Бал ҡортон тотҡандар ғына уның ниндәй мәшәҡәтле эш икәнен белә. Һин уларҙы тәрбиәләһәң, улар һине нығыраҡ тәрбиәләй – эргәләренә тәмәке тартып йә хәмер эсеп барып, агрессия күрһәтеп булмай. Уларҙы ғаиләңдең бер ағзаһы кеүек яратырға, кешесә мөнәсәбәт күрһәтергә кәрәк.
Бая әйткәнемсә, бындай саралар алға бер генә маҡсат ҡуймай. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп-шөғөлөнә иғтибар итәбеҙ икән, тимәк, тарихыбыҙға, үткәнебеҙгә битараф түгелбеҙ. Шул уҡ ваҡытта киләсәкте лә ҡайғыртабыҙ, бөгөнгөбөҙҙө лә заманға ярашлы хәл итке килә. Йәштәр, балалар ошондай сараларҙа ҡатнаша, ололарҙан нимәнелер өйрәнә, бал ҡорто тотҡандар ниндәй заманда ла бирешмәй, бөлмәй, фәҡирләнмәй икәнлегенә инана.
Әлбиттә, беҙҙә туризм үҫешен Бөрйән балынан, милли ризыҡтарҙан, халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни мираҫы булған бай фольклорыбыҙҙан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Районыбыҙҙа туризм үҫеше өсөн солоҡсолоҡ, ҡортсолоҡтоң, һаҡланыуы кәрәк.
Былтыр ҙа, быйыл да, билдәле, һауа торошо ҡортсоларға уңай булманы. Әле бал ул тиклем күп түгел. Хәйер, бер ваҡытта ла бөрйәндәрҙең балы келәттәрҙә үтмәй ултырманы. Беҙҙең балды ситтә лә беләләр, баһалайҙар, әллә ҡайҙан килеп алалар. Бөгөн бал һатыу проблема түгел. Проблема – беҙҙең тауар бөтә һатып алырға теләгәндәргә барып етмәй – Бөрйән балына ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә алмайбыҙ әле...
Ҡыҫҡаһы, Бөрйән балын һатып алып, уның шифаһын татырға теләүселәр, киләһе шәмбелә Арғыҙма яланына рәхим итегеҙ!
А. ҒАРИФУЛЛИНА әңгәмәләште.