Алмаш әҙерләү бурысы өр-яңы талаптар ҡуя09.08.2017
Уҡытыу-тәрбиә системаһы Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы алып барылғанға күрә, бөгөн балалар баҡсаһы, мәктәп, башҡа өҫтәмә белем биреү учреждениелары балаға был тормошта үҙ урынын табыу, малай-ҡыҙҙы үҙаллы һәм маҡсатлы шәхес итеп тәрбиәләү кеүек уртаҡ маҡсатты тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тоторға тейеш.
Мәғариф системаһын үҙгәртеү проблеманың көнүҙәклеген күрһәтте. Бигерәк тә ул мәктәпкәсә, башланғыс, дөйөм урта белем биреү системаһында программаларҙың, фәнни-методик ҡулланмаларҙың күсәгилешлеген хәл итеүҙән киләлер. Уҡытыу-тәрбиә эшенә ниндәй генә яңылыҡ килеп инмәһен, үрҙә әйтеп үтелгән ниәтебеҙ һәр ваҡыт изге булып ҡала.
Заман мәктәбе, индивидуаль, психологик-физиологик һәм интеллектуаль мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, һәр яҡтан да үҫешкән шәхес тәрбиәләүҙе, белем биреү моделен урынлы ҡулланыуҙы өҫтөнлөк һанай. Дөйөм белем биреүҙә йөкмәткене яңыртыу буйынса барған һынауҙа күсәгилешлек мәсьәләһенә ҙур урын бүленә, сөнки беренсе тапҡыр мәктәпкә килеү һәм тәүге йылдарҙағы уҡыу осоро баланың бөтә йәшәү рәүешен һәм эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡорорға мәжбүр. Шуның өсөн дә тәрбиәселәрҙең һәм башланғыс класс уҡытыусыларының эш тәжрибәләрен өйрәнгән һәм уртаҡлашҡан уртаҡ кәңәшмәләр, семинарҙар, конференциялар, педсоветтар үткәреү, бер-береһе менән даими аралашыу, уртаҡ байрамдарҙан ҡалмау, төрлө экскурсиялар ойоштороу, хатта мәктәп темаһына ҡағылған видеороликтар ҡарау ише саралар ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмай.
Тәрбиә эшенең нигеҙе – баланың барлыҡ эске тәбиғи көстәрен хәрәкәткә килтереү. Уны физик һәм рухи яҡтан ныҡлы әҙерләп, яңы йәмғиәт шарттарында интеллектуаль-әхлаҡи шәхес булараҡ эш итә алған ирекле бер зат итеп формалаштырыу. Был – бик етди, ҡатмарлы һәм оҙайлы бурыс. Бында төп көс – тәрбиәселәр, ата-әсәләр, өҫтәмә белем биреү учреждениеһы педагогтары, уҡытыусылар. Бына ошолар күсәгилешлектең арҡа һөйәген тәшкил итә.
Тәрбиәсе иңенә һәр баланың тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен шәхсән күрә белеү һәм уны артабан үҫтереү мәшәҡәте ята. Был һәләттең ниндәйҙер бер талантҡа нигеҙ булып китеүе лә бик ихтимал. Шуға күрә балалар баҡсаларында башланған эш артабан өҫтәмә белем биреү учреждениеларында дауам иттерелә. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға өҫтәмә белем биреү хәҙер ҙә балалар баҡсаһы өсөн көнүҙәк, беҙ иһә был йәһәттән ыңғай тәжрибә туплау, норматив базаны ҡулайлаштырыу һәм үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Баланы өйрәтеү генә түгел, ә уның мөмкинлектәрен үҫтереү тураһында ла уйланабыҙ.
Әлбиттә, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн балалар баҡсаһы һәм башҡа белем биреү структураларының бер һүҙле булып эшләүе мотлаҡ.
Мәҫәлән, “Айыуҡай” балалар баҡсаһында төрлө сараларға ҙур иғтибар бүленә, уға 70 проценттан ашыу бала йәлеп ителгән. Әйтәйек, һәр түңәрәкте үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле педагогтар алып бара.
Хәҙерге тәрбиәсе һәр яҡлап үҫешкән, яңынан-яңы алымдар, инновациялы йүнәлештә эш алып барған, мәғлүмәт технологияларын оҫта ҡуллана белгән шәхес булырға тейеш. Ул халыҡ традицияларына, халыҡ аҡылына таянып яңы асыштарға, яңы үҫештәргә ынтылырға, заман менән бергә атлап, хатта алдараҡ барыуға йүнәлеш алырға бурыслы. Был йәһәттән беҙҙең коллективтың методик базаһы ныҡлы һәм көслө тип әйтеп була. Быуындар бәйләнешен нығытыуға булышлыҡ иткән “Шәжәрә”, “Бишек йыры”, “Бәхетнамә” кеүек байрамдар, “Атайҙар ҡоро”ноң әүҙем эшмәкәрлеге – быға миҫал.
Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре ойошторған “Йәш ҡумыҙсылар”, “Һылыуҡайҙар мәктәбе”, “Мөғжизәле ҡулдар”, “Шашка”, “Кейеҙ баҫыу”, “Ҡорама” түңәрәктәре – шулай уҡ баланың һәләтен асыу өсөн тағы бер аҙым.
Өҫтәмә белем биреү йүнәлешендә спорт мәктәбе менән берлектә ойошторолған “Көрәш” түңәрәге батырҙарҙы үҙе тирәһенә йыйҙы. Малайҙарҙа ғорурлыҡ, көс һәм таһыллыҡ тәрбиәләү – тренерҙарҙың мөҡәддәс бурысы. Кескәйҙәр ҙур теләк менән Балалар ижады үҙәгендә алып барылған шашка түңәрәктәренә лә йөрөй. Шашка һөйөүселәр бер нисә йыл рәттән мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында ойошторолған ҡала, район, Урал аръяғы зоналарында еңеү яуланы.
Заман талаптарына ярашлы, баланы экологик культуралы шәхес итеп тәрбиәләү эше “Йәш натуралистар станция”һы менән берлектә алып барыла. 2017 йыл Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған төрлө сараларҙа балалар ғына түгел, тәрбиәселәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Район кимәлендәге конкурстарҙан призлы урындар яулап ҡайталар, был эштәрҙең күбеһе республика күләмендәге ярышҡа ебәрелде.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге ойошторған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында, “Белемле башҡорт” төбәк бәйгеһендә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы үткәргән “Рәсәй балалары тыныслыҡ өсөн!” исемле ярышта балалар тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр менән бергә ҡатнашты.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ойошторолған “Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһында патриотик тәрбиә моделе” темаһына асылған тәжрибә майҙансығы ла эшебеҙгә ҙур этәргес бирҙе. “Башҡортостан – тыуған илем” тыуған яҡты өйрәнеү программаһының концепцияһы Федераль дәүләт белем биреү стандартына нигеҙләнгән. Уға ярашлы, балалар баҡсаһында урындағы рәссамдарҙың ижади эштәре менән танышыуға, күсмә күргәҙмәләр ойоштороуға, ҡалабыҙҙың хеҙмәт алдынғылары менән осрашыуҙар үткәреүгә ҙур иғтибар бүленә, халҡыбыҙҙың онотолған милли йолаларын тергеҙеү кеүек баһалап бөткөһөҙ саралар ҙа йыш үткәрелә. “Күс айырыу” йолаһы – шуға асыҡ дәлил.
“Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең изгелек орлоҡтары сәсеүгә йүнәлтелгән мәҡәләләре “Һаҡмар”, “Баймакский вестник”, “Киске Өфө” гәзиттәрендә, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Дошкольный мир” журналдарында донъя күрҙе лә инде. “Дошкольный мир” журналы үткәргән “Мәктәпкәсә белем биреү лидеры” конкурсында ҡатнашып, коллективтың “Патриотик тәрбиә биреү” номинацияһында лауреат исемен яулауы күпте һөйләй.
Беҙҙең уртаҡ көс менән алып барылған бөтә эштәр ҙә баланы мәктәпкә әҙерләгәндә ҙур әһәмиәткә эйә һәм күсәгилешлелектең ни тиклем мөһим икәнен аңлата. Был йәһәттән коллектив бай тәжрибәгә эйә, яңынан-яңы проекттар тураһында уйлана. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына таянып, үҙ көсөнә ышанған, һәр яҡтан өлгөргән, физик-психик яҡтан үҫешкән, хис-тойғо кисерештәренә идара итә белгән, кешеләрҙең социаль сығышына, милләтенә, дини ҡараштарына, шәхси һәм тәрбиәүи үҙенсәлектәренә иғтибарлы булған һәм ихтирам менән ҡараған шәхес формалаштырып, уны мәктәпкә оҙатһаҡ, туған Башҡортостанды ышаныслы ҡулдарға тапшыра аласаҡбыҙ, ил терәге булырҙай шәхестәр тәрбиәләргә өлгәшәсәкбеҙ.
Ләйсән ИМАНҒОЛОВА,
“Айыуҡай” балалар
баҡсаһы мөдире.
Баймаҡ районы.