Урмандарға керһәң…09.08.2017
Борон-борондан ауыл кешеһен туйындырыусы ла, йылытыусы ла урман булған. Бала саҡтан үҙебеҙҙекеләрҙең байлығына хайран ҡала торғайным. Нимә генә үҫмәй унда! Урман буйҙарынан йыуа, ҡуҙғалаҡ, әсе ҡаҡы, сөсө ҡаҡы, һарына йыйған саҡтар иҫтә. Ә йәйҙәрен инде еләк, ҡарағат, сейә, балан, миләш, шоморт, ҡыҙыл бөрлөгән, ҡара бөрлөгән, гөлйемеш, ҡурай еләге беҙҙе һөйөндөрә ине.
Атайымдың урмандан ҡапсыҡлап сәтләүек алып ҡайтыуы, уны күмәкләшеп тиреп киптерергә ҡуйған саҡтар иҫкә төшә. Бай, бик бай ине урмандарыбыҙ, сөнки уның талапсан, егәрле, тырыш, ғәҙел хужаһы – урмансы Шафиҡ бабайыбыҙ бар ине. Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай ине йәшеллекте. Өй һалырға ағас, утын, бесән кәрәкме, ауыл халҡы иң беренсе уға мөрәжәғәт итер ине. Һәр кем менән тыныс ҡына итеп ағастарға билдәләр ҡуйып сығып, күрһәтмәләренең үтәлешен туҡтауһыҙ тикшереп кенә торор булды.
Һуғыштан ауыр яралар алып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, үҙен үҙе йәлләмәй, шундай тынғыһыҙ итеп, талапсан башҡарҙы ул эшен. Гелән урманда булды. Яурыны аша аҫҡан күн сумкаһы, йәшкелт фуражкаһын әллә ҡайҙан таный инек. Һәр кемдең йәшенә ҡарап, шундай итәғәтле итеп өндәшер ине Шафиҡ бабай.
Бер фәһемле лә, мәрәкәле лә хәл иҫкә төшә, бала саҡты уйлаһам. Инәйем Шафиҡ бабайға барып таҡталыҡ ағас белешкәс, Барый ағайым менән күрше Ғәйнулла ағайҙы ниндәй ағастарҙы киҫергә икәнен күрһәтергә урманға алып китә Шафиҡ бабай. Урманға барғас, киҫәһе ағастарға билдәләр ҡуйып сыға ла, ерҙән алып күпме ҡырҡырға кәрәклеген әйтеп, хәҙер урап килермен, тип биләмәләрен ҡарарға китә урмансы.
Урап килһә, ике йәш егет билдәләргә ҡарап тормайынса, рәттән киҫкән ағастарҙы. Ярынты яһай яҙғандар икән. Шафиҡ бабай был хәлде күреп, хәлһеҙләнеп, киҫелгән ағас төбөнә ултырып илап ебәрә лә: “Эй, балаҡайҙар, аныҡ итеп күрһәтеп әйттем бит һеҙгә ниндәйҙәрен киҫергә ярағанлығын”, – тип һамаҡлай икән. Бына шулай урманыбыҙға үҙ мөлкәтенә ҡараған кеүек ҡарап, уны һаҡлап, яңыларын ултыртып, арттырып йәшәне ул.
Яҙ башында питомникта үҫентеләр утау, яҙлы-көҙлө ауылды уратып ағастар ултыртыу уның етәкселегендә башҡарыла ине. Шундай етеҙ, еңел һөйәкле ине ул, атлап түгел, йүгереп кенә йөрөр ине. Ә ул үткәргән бесән өмәләре! Үҙе бер байрам! Урман буйҙары салғы яныуҙарҙан, йырлашҡан-көлөшкән тауыштарҙан яңғырап торҙо. Ҡаҙандарҙа ҡайнаған аш, мәтрүшкәле сәй еҫтәре тотош урманға таралыр ине. Бакуй-бакуй ятҡан бесәндәрҙәге ҡыҙарып бешкән еләктәр… Тыуған яғын өҙөлөп яратҡан, киләсәк быуындарға бай урмандар ҡалдырырға тырышҡан Шафиҡ бабай. Утын әҙерләгәндә үк ҡыйы айырым өйөлөп яндырыла йә урмандан сығарылып түгелә ине, сөнки урмандың талапсан, ҡайғыртыусан, ышаныслы хужаһы бар ине. Үҙен үҙе аямай тынғыһыҙ Шафиҡ бабайыбыҙ, хаҡлы ялға ла сыға алмайынса, һуғыш яраларынан донъя ҡуйҙы. Үҙенән һуң матур иҫтәлек ҡалдырғайны ул: ауылды йәмләп ҡарағай урмандары шаулап үҫкәйне. Ә хәҙер урмандарға керһәң, ҡайҙа ҡарама – ауған-серегән ағас, сатыр-сотор, яртылаш киҫелеп алынған һөлдәләре. Йәнең илап ҡайта, бындай вәхшилекте күреп.
Шул саҡтарҙа әүҙем, эшсән Шафиҡ бабай иҫкә төшә лә, эх, һиндәй хужа кәрәк ине урманыбыҙға, тип әсенеп ҡуяһың. Урман ҡырылғас, йәнлектәр ҙә ҡасып бөттө, буғай. Ауыл урамына инеп йөрөгән уҫал бүреләр, һары ҡойроҡтар күптән күренмәй. Ауыл осона эре, һәлмәк кенә баҫып килеп сыҡҡан мышыларҙы әллә ҡасан атып алып, ашап бөттөләр, күрәһең. Иҫән ҡалғандары булһа, тыныс урын эҙләп ҡасҡандыр…
Ошо урманыбыҙҙы уйлап шиғыр ҙа яҙғайным әле:
Туйҙырған да, йылытҡан да
Урман булған.
Һаҡлай белгән уны ата-баба.
Урмандарҙы урап,
Илап ҡайттым:
Балаларыбыҙға нимә ҡала?
Өйөм-өйөм сатыр,
Серегән ағас.
Керерлек тә түгел эстәренә.
Вәхшиҙәрсә урман юҡ ителгән
Кемдәр керер уның хәстәренә.
Ниндәй заман һуң был?
Аҡса өсөн
Юҡ ителгән мәңгелек урмандар.
Урман ғынамы һуң,
Йәнлектәрен,
Ҡошсоҡтарын йәлләмәй ҡырғандар.
Урман тере бит ул!
Йәне – ағас.
Урман үлә, ағасы ҡырылғас.
Намыҫһыҙҙар һата намыҫтарын,
Донъялары аҡсаға ҡоролғас.
Ошо ерҙә үҫкән
Ирҙәр бит һеҙ!
Йәл түгелме тыуған төйәгегеҙ?
Йәл түгелме үлеп барған урман?
Таң алдынан үтә машиналар
Урман тейәп, ҡала тарафына,
Ауыл халҡы ләм-мим
Һүҙ ҙә ҡатмай,
Телһеҙләнеп кенә бара һымаҡ…