Ни өсөн Урал йылғаһы һайыҡты?08.08.2017
Ни өсөн Урал йылғаһы һайыҡты? Илебеҙҙә меңәрләгән йылға бар. Ҡайһы берҙәре халыҡта айырыуса оло ихтирам менән файҙалана, сөнки улар ҙур әһәмиәткә эйә, тотош иҡтисади райондарҙың хужалығына йоғонто яһай, һыу буйында йәшәгән халыҡтың көнкүрешен һәм мәҙәниәтен билдәләй.
Башҡортостан, Силәбе, Ырымбур, Ҡаҙағстандағы Аҡтүбә, Урал һәм Гурьев өлкәләре аша аҡҡан Урал йылғаһы ла – шундайҙар рәтендә. Оҙонлоғо менән ул (2428 километр) Волга менән Дунайҙан ҡала Европала өсөнсө урында. Бассейнының майҙаны – 231 квадрат километр.
Яйыҡ буйҙары (1775 йылға тиклем шулай атала) ғәжәп бай тәбиғәтле һәм бик үҙенсәлекле, төрлө-төрлө ер аҫты хазиналарына ла бай. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: ул – Волганан көнсығышта Каспий диңгеҙенә ҡойған берҙән-бер йылға, дала-сүллектәрҙә ятҡан берҙән-бер һыу юлы.
Яйыҡты һыу менән туйындырған төп ҡушыл­дыҡ­тары — Башҡортостанда. Ярты һыуын ул Һаҡмарҙан ала: Урал бассейнының башҡа йылғаларынан айырмалы рәүештә, Һаҡмар һәм уның ҡушылдыҡтары, быуалар, башҡа төр гидротехник ҡоролмалар менән “төҙәтелмәгән”, тәбиғи хәлдә.
Европа менән Азияны айырып торған Урал йылдан-йыл һайыға. 1767 йылда уҡ әле П. И. Рычков “Урмандарҙы һаҡлау һәм үрсетеү тураһында” тигән мәҡәләһендә, урмандарҙы ҡырҡыу арҡаһында Яйыҡ бик ныҡ һайыҡты, бик күп кисеүҙәр барлыҡҡа килде, тип яҙған. “Элек, – ти Рычков, – Ырымбур сиге бу­йын­дағы урмандарға теймәҫ борон, Верхне­уральскиҙа 1734 йылда төҙөлгән пристандә, йөк тейәп, судноларҙы Ырымбурға тиклем оҙатып була ине. Ағастарҙы ҡырҡа барған һайын, 1760 йылдан, Яйыҡ һайыҡты һәм суднолар йөрөүҙән туҡтаны”.


Вернуться назад