Һыуһыҙ донъя һанһыҙ08.08.2017
- Бөгөн Ер шарында 1,1 миллиард кеше һыуға ҡытлыҡ кисерә. Уртаса һауа температураһы ике-өс градусҡа ғына күтәрелгәндә лә, был һан 2,5-3 миллиард тәшкил итәсәк.
- Йыл һайын һыу етмәүҙән өс миллион(!) кеше үлә (шуларҙың 1,8 миллионы — балалар). Бер нисә йылдан һуң был һан биш-алты миллион кешегә етәсәк. Мозамбикта, мәҫәлән, кеше уртаса 31,3 йыл йәшәй. Был ҡурҡыныс һандың төп сәбәбе — бысраҡ һыу йә һыуҙың бөтөнләй булмауы.
- Бер быуаттан һуң сүллектәрҙең һаны 10 тапҡырға артасаҡ, Африканың иһә бер ҙур ҡитға-сүллеккә әйләнеүе бар. Әле үк донъяла 30 дәүләт һыуҙы сит илдәрҙән ташырға мәжбүр.
Күпме һыу кәрәк?

- Бер компьютер эшләү өсөн — 1500 литр.
- Бер килограмм персик үҫтереү өсөн — 1194 литр.
- Бер гәзит сығарыу өсөн — 570 литр.
- Бер килограмм һуған үҫтереү өсөн — 216 литр.
- Бер килограмм пластик әйбер етештереү өсөн —185 литр.
- Бер стакан әфлисун һуты етештереү өсөн — 170 литр.
- Бер тапҡыр душ инеү өсөн — 100 литр.
- Бер килограмм алюминий етештереү өсөн — 88 литр.


Вернуться назад