Бер бите – ҡайын, бер бите – ҡарағай…08.08.2017
Бөрйән районының Ҡолғана ауылы эргәһендә бер бите ҡайын, икенсеһе ҡарағай булып үҫкән ағас бар икән. Тәбиғәттә бындай мөғжизә һирәк осрай.

Уны урындағы халыҡ Мөхәббәт ағасы тип тә йөрөтә. Ҡайын менән ҡарағай мөхәббәтенә ишаралап бирелгәндер, моғайын, был атама. Ырым буйынса ғаиләлә ыҙғыш-фәлән килеп сыҡһа, сәйер ағастың ике яғынан да әҙ генә ҡабыҡ һыҙырып алып, ризыҡҡа ҡушып бирәләр. Шунан һуң тегеләр татыу йәшәп китә, имеш. Шулай уҡ өйләнешкәндәрҙең ошо ағас эргәһенә килеп, теләк теләү йолаһы бар.


Вернуться назад