Көс-дәрт бирә08.08.2017
Имән кешене көслө энергия менән туйындыра. Уның эргәһендә булыу үҙ-үҙеңә ышаныс, эшләү һәләтен арттыра.
Тирәк һауаны автомобиль газдарынан, ағыулы матдәләрҙән таҙарта. Ә йәш тирәк япраҡтары иһә тынысландырыу көсөнә эйә.
Миләш кешегә эске донъяһын аңларға ярҙам итә.
Йүкә бик көслө энергияға эйә. Ул йортто бәхетһеҙлектән һаҡлай тигән ышаныу бар. Шуның өсөн йорт тирәһенә был ағасты иң беренселәрҙән булып ултырталар.
Ҡайындың япраҡтары һәм бөрөләре күп төрлө ауырыуҙан дауа. Мәҫәлән, иртә яҙҙа һыулы вазаға ултыртылған ҡайын ботағы нервы, ҡан тамырҙарына файҙалы.


Вернуться назад