Башҡортостандың бөтә райондарында ла ҡыр сейәһе үҫә. Уны Урал аръяғы, Урал алды төбәктәрендә лә осратып була. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү осоронда сейәнең күп ҡыуаҡтары юҡҡа сыҡты.Сейә емешендә 10–15 процентҡа тиклем шәкәр, С, Р, В витаминдары, органик кислоталар һәм башҡа матдәләр бар. Уны төрлөсә ҡулланалар: кеҫәл, компот, ҡайнатма һәм һут әҙерләйҙәр. Сейә ҡайнатмаһы айырыуса тәмле: хуш еҫе генә ни тора! Уны төшө менән дә, төшөн алып та ҡайнатырға мөмкин.
Ҡыш һаҡлау өсөн сейә емеше майға һалып ҡайнатыла. Оҙаҡ ваҡытҡа һаҡлайым тиһәң, һалҡын урында тоторға кәрәк.
Сейә ҡабығында 5-7 процентҡа тиклем танин була. Ботаҡ осонан сейә елеме аға, төшө майға айырыуса бай.
Ҡыр сейәһен культуралы үҫемлек итеп үҫтерергә була. Был саҡта ул күберәк уңыш бирә. Орлоғон сәсеп тә, тамыр өлөшөн ултыртып та үҫтерергә мөмкин.
Евгений КУЧЕРОВ,
биология фәндәре докторы.