Боланут ябай үләнме?08.08.2017
Боланут ябай үләнме?Сағыу, эре сәскәле был үҫемлек (иван-чай, кипрей) үҫкән ерҙәрендә тотош әрәмәлектәр барлыҡҡа килтереп, әллә ҡайҙан уҡ үҙенең кемлеген хәбәр итеп ултыра.
Бейек тау баштарында ла, ҡала яны сүплектәрендә лә, баҡсаларҙа ла, юл ситтәрендә лә күрергә мөмкин уны. Исеменән үк күренеүенсә, ул сәйҙе алмаштыра ала. Тамырҙары крахмалға бай, уны йәшелсә һымаҡ бешерергә мөмкин. Шулай ҙа ташландыҡ баҡсаларҙа бик күп үҫһә лә, был үҫемлекте киң ҡулланғандарын күргәнем булманы. Сәй урынына бешерергә уның япрағын ҡулланалар. Әммә мәтрүшкәгә өҫтөнлөк биргән (тәьҫире лә көслөрәк, хуш еҫлерәк тә) башҡорт халҡы, күрәһең, боланутҡа ябай үлән тип кенә ҡарай.
Медицинала үҫемлек тотошлайы менән файҙаланыла: ҡулланыу даирәһе киң — баш ауыртыуҙарынан алып ашҡаҙан сирҙәренә тиклем. Төрлө яҡлап файҙаланыуға яраҡлы был үҫемлек әлегә күпселектең иғтибарынан ситтә ҡала килә.


Вернуться назад