Лилиәләр ғаиләһенә ҡараған был матур сәскәле үҫемлекте, йәғни һарынаны (лилия кудреватая, саранка) хәҙер тәбиғәттә табыуы ауыр. Башҡорт халыҡ ижадында һәм әҙәбиәтендә уның йотлоҡ йылдарында киң таралған ризыҡ булыуы йыш иҫкә алына. Миңә ҡалһа, ауыл тирәһендә һарынаның юҡҡа сығыуы ла шуға бәйлелер. Уның ҡарауы, лилиәләр хәҙер һәр баҡсаның күркәм биҙәге булып ултыра.Оҙаҡ йылдар үҫкән (ә уны егерме йылға яҡын йәшәй, тиҙәр) һарынаның ярайһы уҡ тәрәндәге бүлкәт-бүлкәт һуғанбашы ҡуш йоҙроҡтай булыуы мөмкин. Ҡаҙып алып, уны сей килеш ашарға ла, бешерергә лә ярай. Башҡорт халҡында һарынанан бешерелгән бутҡаның “тәлге” тигән исеме бар. Бик тәмле һәм туҡлыҡлы, майлыраҡ бүлбеләрҙе тәмләп ҡарар өсөн баҡсала үҫкән сәскәнең тамырын ҡаҙып алыу ҙа етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунан артығын тәҡдим итеп булмай, сөнки һарына беҙҙең яҡтарҙа бик һирәк ҡалған.