Тәҡдир08.08.2017
ТәҡдирҒәжәп тығыҙ, шунлыҡтан ҡараңғы сауҡалыҡ. Йәш, һырғый ҡайындарҙың ботаҡтары олондоң осонда ғына. Бер-береһенә ныҡ сырмалышып, улар ер өҫтөнә тамсы ла ҡояш нуры үткәрмәй. Бындай урындарҙа, майшәм ише төҙ ағастарҙан башҡа, үҫемлектәрҙең бик һирәге тереклек итергә һәләтле. Ә үләндәрҙең инде иң әрһеҙҙәре, күләгә урынды үҙ иткәндәре генә үҫә ала. Шуларҙың береһе – күрер күҙгә артыҡ салынып бармаған әскелтем һутлы бөрлөгән. Һыуһынды ҡандырыу буйынса унан да шәберәк емеш юҡтыр ул. Ни сәбәптән ошондай ҡараңғы урындарҙы яраталыр – уныһын ҡапыл ғына әйтеп булмай.


Эш араһындағы ял мәлендә һалҡынлығы менән йөрәккә ял биргән тос емештәрҙе сүпләштереп, береһенән-береһе һылыуыраҡ сауҡалар араһынан ашыҡмай ғына китеп барам. Селт-аҡ башҡа олондар араһында ҡырҡа айырылып, күҙгә ташланып торған береһе иғтибарымды йәлеп итте. Ул ни сәбәптәндер ҡара төҫтә ине. Быныһы тағы ниндәй ағас? Уға яҡынлаштым. Әллә беҙҙең яҡтарҙа үтә һирәк осраған ҡара ҡайын инде? Ә, юҡ икән. Ҡаршымда ғәжәп төҙ, һырғый муйыл ағасы. Ул йәнәшәһендәге шундай уҡ ҡайындарҙан һис ҡалышмай, ярышып үҫә. Ботаҡтары ла уларҙыҡы һымаҡ иң осонда ике-өс бөртөк кенә. Шул зәғиф ботаҡтар араһында хатта, һирәк-һаяҡ булһа ла, емеше күренгеләй. Мөғжизәнең бындайын тәү тапҡыр күрәм. Йәйрәп китеп, ҡыуаҡланып үҫергә яратҡан муйылды тәбиғәт-әсә ни хәлгә килтергән?!
Ошо иҫ китмәле күренешкә ҡарап тороп, шуны аңланым: муйыл өлөшөнә төшкән әлеге ысул ниндәйҙер юл менән ҡайынлыҡҡа килеп эләккән ҡыуаҡ заты – ошо әсәнең бер балаһы өсөн, иҫән ҡалып, артабан тереклек итеүҙең берҙән-бер юлы ла баһа! Башҡаһы юҡ. Сараһыҙҙан ошо яҙмышҡа дусар ителгәнһең икән, эргәңдәге дәғүәселәрең менән ярыша-уҙыша тик өҫкә, ҡояш яҡтыһына ынтыл. Юғиһә... Юғиһә, ана, арыраҡ ҡасандыр йәнә бер муйыл ҡыуағы үҫкән булған. Ул, дөрөҫөрәге, ҡайындар араһында муйылса үҫергә маташҡан, ләкин уныһынан йүнле дәғүәсе лә, көрәшсе лә сыҡмаған: ярты юлда бирешкән. Хәҙер килеп элекке матур ҡыуаҡ урынында, йәмһеҙ тырпайышып, ҡоро-һары ботаҡтар ғына тороп ҡалған.
Шулай, әҙәмдәрҙең һәр ҡайһыһына етмәгән кеүек, ҡояш аҫтында урын ағастарҙың да барыһына ла етмәй булып сыға. Әлеге рәхимһеҙ йәшәйеш ҡағиҙәһе, баҡһаң, бер кеше өсөн генә түгел, хатта ергә ерегеп үҫкән ағастарға ла ҡағыла икән. Шундай һорау тыуҙы: ниндәйҙер бер кәрлә бөрлөгән ошо аяуһыҙ шарттарҙа ла, бер ни булмағандай, һин дә мин үҫеп, хатта емеш биреп ултырғанда, ни өсөн ағастарҙың бәғзе берҙәре быны булдыра алмай, үҙемсә тағы асыш яһаным: яҙғанынан уҙып әллә ҡайҙа бара алмайһың икән. Һин теләйһеңме-юҡмы, тәҡдир үҙенекен итә һәм үҙ хөкөмөн сығара. Ул йә күтәрә, йә батыра, йә һыуға һала, йә яндыра. Өсөнсөһө бирелмәгән. Хәйер, теге муйыл ағасы кеүек ныҡ тырышҡанда, һәммәһен еңеп сығырлыҡ көстө барыбер табырға булалыр. Өҫтәүенә, башҡа йән эйәләренән айырмалы, әҙәми заттың мөмкинлектәре лә, һәләте лә сикләнмәгән. Барыһы ла үҙеңдән тора...
Сауҡалыҡ эсендә ныҡышып үҫкән яңғыҙ муйыл миндә ошондай фекерҙәр тыуҙырҙы.


Вернуться назад