Киске эңер төшөп, һиллек урынлашыу менән йоҡомһорай башлаған Һаҡмар үҙәнен яңғырауыҡлы тартай тауышы уята. Серле ҡош ул. Ауылда йәшәүгә ҡарамаҫтан, күп кешенең уны күргәне лә юҡ. Уйһыу үҙән буйлап күкшел томан шыуыша, ҡамышты эйелтеп ысыҡ төшә. Алһыу төҫкә мансыла барған ҡояш байыуға яҡынлаша. Ошо мәлдә беҙ, түбән ос малайҙары, тартай баҫтыра сығабыҙ.
– Ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ... – Баянан бирле тулҡынланып көткән ҡошобоҙ, ниһайәт, тауыш бирә. Былар алыҫ йөрөп аҙапланмаһын тигән һымаҡ эргәбеҙҙә генә. Ошо тамаҡ төбөнән көсәнеп сыҡҡан үҙе аһәңһеҙ, үҙе тулҡынландырғыс тауыштан шомло тумарлыҡҡа күҙгә күренмәҫ йәм өҫтәлеп киткәндәй була.
Эләгә-йығыла, кемуҙарҙан, тауыш килгән яҡҡа ҡарап йүгерәбеҙ. Тумарлыҡ араһында, өҫтөнә баҫтыҡ тигәндә, төн йырсыһы тынып ҡала, әммә оҙаҡҡа түгел. Был юлы уның саҡырыу ауазы, барыбыҙҙы хайран ҡалдырып, бөтөнләй икенсе урындан килә. Аптыраштан асҡан ауыҙҙарҙы ябырға ла онотоп торабыҙ. Нисек итеп, ҡайһы арала барып сыҡты ул яҡҡа?
Йәнә тороп йүгерәбеҙ. Самалап, тәғәйен һанаған ергә барып етеүгә тартайыбыҙ тағы яңы урында ҡысҡырырға тотона. Шул рәүешле хәйләкәр ҡош беҙҙе ҡараңғы төшкәнсе албырғатып алып йөрөй. Ялбыр сәсле, эре тумарлыҡ буйлап тегеләй-былай сабыша торғас, тамам хәлдән таябыҙ. Күңелебеҙгә “әллә былар бер нисәүме?” тигән шик йүгерә.
Бына инде ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнә. Ә тартай тауыштары көсәйә һәм ишәйә бара. Улар әле, ысынлап та, бер нисәү, тауыштары ул яҡтан да, был яҡтан да ишетелә. Ишетелеү менәнме, хәҙер уны ярты аҙым арауыҡтан да күреп булмаясаҡ. Ҡараңғы. Беҙ күҙгә салынмаҫ төн ҡошон әрләй-әрләй таралышабыҙ. Башҡаса артынан йөрөмәҫкә һүҙ ҡуйышып таралабыҙ.
Әммә тартай тауышы беҙҙе шул хәлгәсә арбағандыр инде, ныҡышыраҡтарыбыҙ иртәгәһенә йәнә йыйыла һала. Тик, күпме генә тырышмайыҡ, үткән кистәге хәл тағы ҡабатлана: беҙ тартай исемле серҙе һис осрата алмайбыҙ.
– Ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ... – Кис етеп, болон өҫтөнә шыйыҡ томан ята башлаған мәлдә тартай үҙенең бер аҙ һағышлыраҡ та, моңһоуыраҡ та, шул уҡ ваҡытта дәртле, үҙенә тартып торған йырын башлай. Бәлки, уны шуның өсөн дә ТАРТАЙ тигәндәрҙер әле, кем белә. Аһәңһеҙ булһа ла, әлеге йырҙа, ысынлап та, үҙенә ылыҡтырып торған ниндәйҙер сихри көс бар кеүек. Ишетер ҡолаҡҡа әллә ни яңғырамаһа ла, тартай йыры бер ваҡытта ла ялҡытмаҫ. Ҡайҙалыр оҙаҡлаңҡырап йөрөһәң, ул йыр хатта танһыҡ булып китә. Лапаҫ баштарындағы ҡыуыштарыбыҙҙа шул йырҙы тыңлай-тыңлай йоҡоға тала инек. Йоҡлап киткәс, матур төштәребеҙгә лә керә ине.
Тартай һәр ауыл малайы өсөн сер булып ҡала килә. Хәйер, шунһыҙ уның ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Ләкин, үкенескә ҡаршы, ошо сер торған һайын кәмеүгә бара, төн йырсыһының тауышы һирәгерәк ишетелә. Мин быға көтөүһеҙ йөрөгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ берәҙәк мал-тыуар сәбәпсе тип уйлайым, сөнки улар тартай үҙ иткән бысҡыл болондарҙы, ҡараңғы тумарлыҡтарҙы тапап-иҙеп ҡорота. Ә тапалып таҡырайған урындарҙа тартай йәшәй алмай. Әйткәндәй, мал кемдеке? Кешенеке. Тимәк, һуңғы иҫәптә, һәр ваҡыттағыса, кеше ғәйепле килеп сыға.