Аҡһаҡалдың һүҙе – аҡылдың үҙе08.08.2017
Аҡһаҡалдың һүҙе – аҡылдың үҙеҒүмер юлының яртыһын үткәс, ололоҡто иңеңә алғас, үткән тормош юлыңа йышыраҡ күҙ һалаһың икән ул. Быны мин 50-не үткәс кенә аңланым... Ә үткәндәрҙә ваҡытында иғтибар бирмәгән, әле килеп шул замандарҙағы эшләп еткермәүҙәр, төптән уйлай белмәү ише хилафлыҡтар йыш иҫкә төшә.
Йылайыр районының Матрай ауылында тыуып үҫкән, хеҙмәт йылдарын тыуған районының төрлө хужалыҡтарында етәксе булараҡ үткәргән, үҙ еренең ысын патриоты, тыуған ерем, халҡым тип йәшәгән уҙаман Зиннур Бикбовтың “Ер кешеһе” исемле китабы донъя күреүе тураһында ишетһәм дә, дөрөҫөн әйткәндә, уны ҙур яңылыҡ тип ҡабул итмәнем, сөнки бөгөн аҡсаһы, теләге булған һәр кем китап яҙырға әүәҫләнеп китте бит.
Бер аҙ дәрәжәле булған, үҙен башҡаларға күрһәтергә теләгән әҙәмдәр тоталар ҙа ғүмер юлын башҡаларға өлгө итеп күрһәтергә тырыша, аҡ ҡағыҙ биттәрен “буяй”. Хатта “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исем йөрөтөп, ғүмер буйы башҡорт теленән балаларға һабаҡ биргән ҡайһы берәүҙәрҙең “китабын” уҡып, сәсем үрә торған саҡтар ҙа булманы түгел. Һуң атҡаҙанған уҡытыусы була тороп, ниңә шулай башҡалар алдында йөҙ йыртырға икән? Стилистиканы, тел ҡанундарын шул тиклем боҙоп яҙалар – ер тишеге булһа, инеп китмәле! Ә ундайҙар аҙаҡтан “фәләнсә китап авторымын” тип лаф орорға бер ҙә тартынмай, уңайы сыҡҡан һайын һөрәнләй бирә... Ярар, быныһы һәр кемдең үҙ намыҫында.
Зиннур Ямалетдин улының “Ер кешеһе” тигән китабын ҡулыма алғас, башта рыя ғына фекер йөрөттөм, шул үҙе тураһында арттырып-шаштырып маҡтаналыр инде, йәнәһе. Әммә теләр-теләмәҫ кенә асҡан китап шул тиклем йәлеп итте иғтибарымды һәм уны төндә уҡып та сыҡтым. Ябай тел, төплө фекер, урынлы ғына килтерелгән миҫалдар. Ҡыҫҡаһы, автор беҙ йәшәгән йылдарҙы, беҙ күргән хәл-ваҡиғаларҙы шул тиклем дөрөҫ һәм аңлайышлы итеп бәйәнләй, хатта уның менән бергә йөрөгән кеүек хис итәһең үҙеңде. Китап биттәрен аҡтарған мәлемдә үк: “Эх, ошо китапты бөгөнгө етәкселәр уҡыһын ине лә үҙҙәренә фәһем алһын ине”, – тип уйлап ҡуйҙым. Юғиһә “йылы ғына урынға” ҡунаҡлап алһалар, бөгөнгө етәкселәр үҙ тирәһенә туған-тыумасаһын, әшнәләрен йыя башлай, шунан китә “ҡыҫҡартыуҙар”, урынлы-урынһыҙ “эштән бушатыуҙар”, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүҙәр... Һөҙөмтәлә коллективта яһалма “татыулыҡ”, бер-береһен күрә алмау, “кабинет хужаһына” ошаҡ ташыу, ярамһаҡланыу күренештәре башлана. Шунан ниндәй эш алға барһын да етештереү кимәле нисек үҫешһен инде...
Хәйер, етәксе булыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәйҙер ул, ә Зиннур Ямалетдин улы – тыумыштан ана шул һәләткә эйә кеше. Ысын тормош мәктәбе үткән, етемлек һурпаһын да һемергән, ғүмер юлында әсе-сөсөнө күп татыған кеше булараҡ ул һәр кем менән дуҫтарса, туғандарса мөнәсәбәттә, байын-ярлыһын айырмайынса мөғәмәлә итә, ҡул аҫтындағылар менән уртаҡ тел таба белә.
– Иң элек кешенең эшен күреп, баһалай белергә кәрәк, – ти ул. – Етешһеҙ яҡтарын туҡтауһыҙ барлап, үҙең белмәгәнде уға өйрәтеп маташыуҙан фәтүә юҡ бит ул. Аллаға шөкөр, нисә йыл етәксе вазифала эшләп, юҡ-бар сәбәп менән бер кемде лә эш урынынан алманым. Минән алдағы етәкселәр, шул кеше эшләмәй, бер нимә лә белмәй, эсә, улайта-былайта, тиһәләр ҙә, шул уҡ халыҡ менән производствоны алға тартырға тырыштыҡ һәм күп нәмәгә өлгәштек. Кешенең башҡарғанын үҙең баһалай белһәң, иң ялҡау тигәнең дә ең һыҙғанып эшләй ул...
Ысынлап та, Зиннур Ямалетдин улы Бикбов етәкселек иткән йылдарҙа Йылайыр районының иң артта ҡалған “Һүрәм” совхозы, “Башҡорт” совхозының Һабыр бүлексәһе, “Юлдыбай” совхозынан яңы ғына бүленеп сыҡҡан “Яманһаҙ” совхозы күҙ алдында алдынғылар рәтенә баҫты, хужалыҡтарҙың матди-техник базаһы нығынды, эшселәрҙә йәшәүгә дәрт, киләсәккә өмөт артты.
Китабында яҙылғанса, ысын ер кешеһе, эш өсөн тыуған кеше ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай уҙаман. Башта тыуған районында фермер хужалығы асып, шунда яратҡан шөғөлө менән булышһа, әле Сибайҙа йәмәғәт эштәре менән мәшғүл. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе, урындағы яҡташтар клубы етәксеһе булараҡ, әүҙем тормош менән йәшәй ветеран.
Ә гәзит уҡыусыларға Зиннур Бикбовтың “Ер кешеһе” исемле китабын уҡып сығырға тәҡдим итәм. Һәр кем күп файҙалы мәғлүмәт алыр.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад