Китапҡа арналған ғүмер08.08.2017
Үҙе хаҡында Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы йыш ҡына шаяртып: “Китаптарға күмелеп, шуларға бар ғүмеремде арнаным”, – тип иҫкә алырға ярата. Уйлап ҡараһаң, ысынлап шулай. Утыҙ ике йылын китапхана эшенә бағышлаған хеҙмәткәр килгән һәр кешегә китап биреп кенә ҡалмай, рухи аҙыҡ та өләшә.
Китапхана элек-электән кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булып һанала. Шулай уҡ кешелек донъяһының күп йыллыҡ аҡылын һаҡлаған әҙәбиәт мәккәһе лә ул. Ошо рухи хазинаны киләсәккә еткереү, уға һөйөү, ихтирам тәрбиәләүҙе бурыс итеп алған үҙ эшенең оҫтаһы – Баймаҡ район үҙәк китапханаһының бүлек мөдире Сәрүәр Иҙелбаева һайлаған һөнәренән бик ҡәнәғәт.
– Эшемде шул тиклем яратам. Бала саҡтан нәфис әҙәбиәт өлгөһөндә тәрбиәләнеп үҫтек. Әҫәр геройҙарына оҡшарға, уларҙан үрнәк алырға тырыштыҡ. Тап ошо китаптар аша матурлыҡты күрергә, кешеләргә изгелекле, ихтирамлы булырға, ололарҙы хөрмәтләргә, тыуған ерҙе, илде һөйөргә өйрәндек. Элек халыҡ китапханаға күп йөрөнө, бөгөн дә китап, гәзит-журнал уҡырға килгәндәр байтаҡ. Яҡшы әҫәрҙе ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар, – ти тәжрибәле китапханасы.
Аҡтау ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ урта мәктәпте уңышлы тамамлаһа ла, төрлө сәбәп арҡаһында артабан уҡый алмай. Мәктәптә яҡшы өлгәшкән, оҫта ойоштороусы Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙын ауыл клубына мөдир итеп эшкә саҡыралар. Бында ла һынатмай ул: төрлө мәҙәни саралар үткәрә, ауылдың тормошона йән өрә, яҡташтарын мәҙәни тормошҡа ылыҡтыра. Әммә алдына ҡуйған маҡсаты уға тынғылыҡ бирмәй. Өфө китапхана техникумына уҡырға керә, артабан ситтән тороп Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай.
Сәрүәр Иҙелбаева китапханаларҙы китап менән тәьмин итеү бүлегендә, балалар китапханаһында мөдир, район китапхана бүлегендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса методист булып эшләй. Үҙенең хеҙмәткәрҙәренә, китап һөйөүселәргә һәр саҡ яғымлы булыуы менән барыһының да күңелен арбай. “Кешелекле, һөйкөмлө, үҙ эшен төплө белә һәм яратып башҡара”, – ти уның хаҡында хеҙмәттәштәре.
Баймаҡ район китапханаһы яҙыусылар менән әленән-әле осрашыуҙар, төрлө үҙенсәлекле кисәләр үткәреп, республикала билдәлелек яуланы. Райондың күренекле шәхестәре, яҡташ яҙыусылар аҙналығы, яңы китаптың исем туйы, ҡәҙер һәм хөрмәт кисәләре ойоштороу, һәр сараға сценарий яҙыу, уны ихлас күңелдән алып барыу һәләте геройыма оло яуаплылыҡ өҫтәй.
– Эш дәүеремдә төрлө күренекле шәхестәр менән осрашыу шатлығын кисерҙем. Уларҙың һәр һүҙе, сығышы күңелемдә онотолмаҫлыҡ йылы хәтирәләр һаҡлай. Бөгөн уйлайым да, бәхетлемен эшемдән, тип ҡыуанам. Мостай Кәрим, Рауил Бикбай, Абдулхаҡ Игебаев, Таңсулпан Ғарипова, Мирас Иҙелбаевтар менән шәхсән осрашып, һөйләшеп ултырыу мөмкинлеге биргән яҙмышыма мең рәхмәт, – тине Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы.
Ул – йәш китапханасыларға оло терәк тә, ышаныслы кәңәшсе лә. Төркмән һәм Аҡморон ауыл китапханасыларының оҙаҡ йылдар алыштырғыһыҙ кураторы ла. Үҙәк китапхана янында ойошторолған “Ағинәйҙәр” һәм “Атайсал тип янған йөрәктәр” ҡороноң оҫта етәксеһе лә.
“Ҡорос ат”ты ауыҙлыҡлаған ханым заман менән йәнәш атлай, төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Күрше-күлән өсөн оҫта ҡуллы парикмахер булһа, ағинәйҙәр өсөн бынамын тигән дизайнер ҙа, модельер ҙа. Йәмәғәте Юныс Йыһаннур улы менән ҙур һәм күркәм йорт һалып, балалар бағып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп йәшәй. Күптән түгел улдары Шәфҡәт хеҙмәт иткән Ҡыҙыл Яр өлкәһенән, әсәһен шатландырып, Рәхмәт хаты килгән. Эшенән дә, тормошонан да уңған, “китап ене” ҡағылған гүзәл ханымға артабан да уңыштар юлдаш булһын.
Баймаҡ ҡалаһы.