Улар Афған афәтен кисергән...08.08.2017
1968 йылда Йәмилә менән Шәүкәт Хужиндар ғаиләһендә бер ир бала донъяға килә. Уға Даян тип исем ҡушалар. Шуҡ, тиктормаҫ малай тәүҙә ауыл мәктәбендә белем ала, аҙаҡ күрше Наурыҙ урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Уны тамамлағас, Учалы автомәктәбенә уҡырға инә. Водитель һөнәренә уҡый.
1986 йылда йәш егет үҙенең теләге буйынса Афғанстан иленә әрмегә китә.
Егеттең атаһы Шәүкәт ағай әйтеүенсә, Даян улы һуғыш тураһында иҫләргә бөтөнләй яратмаған. Шулай ҙа ара-тирә ысҡындырғылаған. Яу яланында хәрби бурысын үтәгән егет өлгөлө хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнеп, теүәл ике йылдан, 1988 йылдың май айында, Тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡан.
Яңы Байрамғол ауылы ҡыҙы Гөлназға өйләнә. Ғаиләне һөйөндөрөп, тиҙҙән уларҙың малайҙары Тимур тыуа. Тыныс тормошҡа ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ине. Әммә әҙәм балаһы үҙенә яҙғанын күрмәйенсә ҡалмаҫ, ти. Даян, юл фажиғәһенә тарып, һәләк була. Ҡот осмалы ҡан ҡойош барған ерҙән имен-аман ҡайтып та, егеттең тыуған яғында үлеп ҡалыуы бик тә үкенесле.
– 1980 йылда армияға оҙатылдыҡ. Хәрби хеҙмәтемде Үзбәкстандың Термез ҡалаһында башланым. Иңебеҙгә төшкән төп бурыс – техниканы һаҡлау. Сират миңә лә етте. Йөрәк ниҙер һиҙенгәндәй дарҫлап тибә. Борсолоуым юҡҡа булмаған икән. Ҡапыл күҙемә берәүҙең һыны салынды. Ул машиналарға бензин һибеп, уларға ут төртөргә самалай. Эләктереп алдым тегене. Урта йәштәрҙәге ҡатын булып сыҡты ул. Аҙ ғына һуңлаһам, төҙәтеп бөтөрә алмаҫлыҡ фажиғә ҡубыр ине. Һаҡта торғанымда күрһәткән уяулығым, тәүәккәллегем өсөн ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитеты миҙал менән бүләкләне.
Һуңынан 13 һалдатты, шул иҫәптән мине лә, Афғанстанға оҙаттылар. Унда хеҙмәт итеүҙең беренсе көндәре ныҡ иҫтә ҡалған. Күләгәлә 50 градус эҫе. Махсус таблеткалар һалынған таҙа һыуҙы бында ташып та өлгөртә алмайҙар. Шуға күрә байтаҡ егеттәр ауырып ыҙаланы... Беҙ, совет һалдаттары, шуравиҙар, һуғыштың иң ҡыҙған нөктәһе – Ҡандағарҙабыҙ. Унда алыш айырыуса төндә ҡыҙа.
Дошман осрай икән, бер кемгә лә аяу юҡ – ата ла йыға. Был тарафтарҙа февраль-март айҙарында бар тәбиғәт хуш еҫле рауза сәскәләренә күмелә. Ошо ожмахҡа тиң урында мәғәнәһеҙ ҡан ҡойоштоң, үлемесле алыштың барғанына хатта ышанғы ла килмәй. Тынысыраҡ мәлдәрҙә, бигерәк тә түҙеп торғоһоҙ эҫегә сыҙай алмай, әллә нисәмә мәртәбә һыу инеп ҡалырға тырышабыҙ, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты яҡташым Вәниф Ямалов.
Ил алдындағы бурысын үтәгәс, Афған иленә киткән яҡташтарымдың бары ун икеһенә тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу бәхете йылмая. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Сәфәр ауылынан Мөхәмәт Заһиҙуллиндың мәйетен цинк табутта алып ҡайтҡас, бахыр әсәһе табутты балта менән сапҡылап ташлаған, тиҙәр. Йәнә, һуғыш һалған әрнеткес яраларға сыҙай алмай, Ҡоҙаш ауылынан яуҙаш дуҫы Фәнил дә оҙаҡ йәшәй алмай гүр эйәһе булған...
Учалы районы,
Сораман ауылы.