Социаль эшҡыуар булғың киләме?04.08.2017
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, республиканың Йәмәғәт палатаһы Социаль өлкә инновациялары үҙәге менән берлектә эшҡыуарҙарҙы түләүһеҙ уҡытырға ниәтләй.

Сара “Социаль эшҡыуарлыҡҡа инеш” тигән темаға эшлекле уйын-семинар рәүешендә үтәсәк. Унда нисек итеп социаль эшҡыуар булыу, социаль бизнестың ябай бизнестан айырмаһы, социаль эшҡыуарҙар өсөн ярҙам алымдары, дәүләткә ҡарамаған ойошмалар тарафынан социаль хеҙмәт күрһәтеүгә бәйле федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр тикшереләсәк. Уҡытыу республиканың өс ҡалаһында ойошторола: 8 августа – Бәләбәйҙә (Ленин урамы, 13), 9 августа – Бөрөлә (Интернациональ урам, 94 а), 10 августа Стәрлетамаҡта (Октябрь проспекты, 32). Алдан яҙылыу өсөн телефондар: 8 (347) 264-62-90, 8 (347) 243-38-37.


Вернуться назад