Мәсьәләне ата-әсә хәл итә04.08.2017
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы”ндағы “Мысли вслух” тапшырыуында мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.
– Дәүләт теле булараҡ башҡорт теле I – IX кластарҙа аҙнаһына бер йәки ике тапҡыр уҡытыла. Ул федераль дәүләт стандартына ярашлы өйрәнелә. Был Башҡортостан Конституцияһы, “Мәғариф тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы менән тәьмин ителгән, – тине Гөлназ Шафиҡова.
Туған телдәрҙе өйрәнеүгә килгәндә, министр был эштең ата-әсәләр ғаризаһы нигеҙендә тормошҡа ашырылыуына иғтибарҙы йүнәлтте.
– Әгәр һеҙ, ата-әсә булараҡ, балағыҙҙың туған телде өйрәнеүен теләп, мәктәпкә ғариза яҙһағыҙ, класта ошондай төркөм йыйылған осраҡта, мәктәп был хоҡуҡты тәьмин итергә тейеш, – тине ул. — Республикала рус милләтенә ҡарамаған балаларҙың 67 проценты туған телен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә. Беҙ 14 тел буйынса белем бирәбеҙ. Тәү сиратта, әлбиттә, башҡорт телендә, артабан инде татар, мари, удмурт, хатта немец һәм латыш телдәрендә. Рус теле бөтә мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Ата-әсә ғаризаһында рус телен туған тел итеп күрһәтһә, мәктәп уларға бындай хоҡуҡты бирәсәк, әлбиттә.
Нормативтарға ярашлы, һәр төркөмдә кәмендә ете бала булырға тейеш. 12 августа Өфөлә үтәсәк уҡытыусыларҙың ҙур август кәңәшмәһендәге фекер алышыу майҙансыҡтарының береһе башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә арналасаҡ.
– Бөгөн беҙ башҡорт теленең сит тел булараҡ өйрәнелергә тейешлеген аңлайбыҙ. Ә был иһә – бөтөнләй башҡаса уҡытыу алымы. Бөгөн беҙҙә класс ғәҙәттә ике төркөмгә бүленә: башҡорт телен әле генә өйрәнә башлағандарға һәм уны дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе дауам иткәндәргә. Телде яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн әле уҡытыу-методик ҡулланмаларҙы эшләү бурысы йөкмәтелгән авторҙар төркөмөн төҙөйбөҙ, – тине Гөлназ Шафиҡова.


Вернуться назад