Декретта ла белем алып була04.08.2017
Башҡортостанда декрет ялындағы әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияны күтәреү мөмкинлеген биргән махсус программа төҙөлдө.
Унда рәсми эш урыны булған, әле өс йәшкә тиклем сабыйын ҡарау ялындағы ҡатындар ҡатнаша ала. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итергә һәм түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк: һөнәри белем алыуға ебәреү тураһында ғариза; паспорт йәки уны алмаштырыусы документ; эш урыны менән бәйле һәм бала ҡарау буйынса ялда булыуҙы раҫлаған документтың күсермәһе; баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы.
Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, декрет ялындағы ҡатындарға һөнәри белем биреүҙең маҡсаты – уларҙың квалификацияһын күтәреү, теоретик һәм практик белемен, оҫталығын арттырыу, һөнәри эшмәкәрлек буйынса өр-яңы техниканы, технологияларҙы өйрәтеү, ғәмәлдәге квалификацияға ярашлы эш таба алмауға бәйле һөнәрҙе, специальносты, мәшғүллекте үҙгәртеү.
Һөнәри белемде әсәләр халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән хеҙмәттәшлек иткән мәғариф ойошмаларында алыу мөмкинлегенә эйә. Был турала өҫтәмә мәғлүмәтте йәшәгән урын буйынса мәшғүллек үҙәгендә алырға була.