Колония “тынысланған”11.04.2012
Республиканың 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында 26 тотҡон быяла ярсыҡтары, ҡаҙаҡ, ҡырынғыс менән үҙ-үҙҙәрен яралаған.
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, хөкөм ителеүселәр бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәгән. Барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтелгән, психолог менән әңгәмә ойошторолған. Колониялағы хәл тулыһынса контролдә тотола. Ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле, унда республикалағы холоҡ төҙәтеү учреждениеларында закондарҙың үтәлешен күҙәтеү буйынса прокурор, йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзалары булып киткән.