Ҡырҡ тигәс тә ни яман...04.08.2017
40 һанының серле күренештәргә бәйле мәғәнәләре бихисап. Төрлө диндәр мәҙәниәтендә ул айырым бер урын алып тора.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә ғәләйһис-сәләмгә 40 йәшендә пәйғәмбәрлек вазифаһы тапшырыла. Күктәрҙән рухи аҙыҡ төшһөн һәм Фатима тыуырҙан алда әҙерлек алып барырға ваҡыт ҡалһын тип, 40 көн буйы ул Хәҙисә эргәһенә бармай. Аҙаҡ уға рухи һабаҡ биреү өсөн 40 көн буйы аяттар килмәй тора.
Муса ғәләйһис-сәләм ҡәүеме 40 йыл буйы далала ҡаңғырып йөрөй.

Пәйғәмбәрҙәрҙән Нух ғәләйһис-сәләм ваҡытында туфан алдынан 40 көн ҡойма ямғырҙар яуа.
Пәйғәмбәребеҙҙең 40 хәҙисен яттан белгән кеше Ҡиәмәт көнөндә дин ғалимдары – факихтар менән бергә ҡубарылыр.
40 йәшкә еткәндә генә кеше рухи камиллыҡҡа өлгәшә. Бынан һуң уға үҙгәреүҙәр ауырыраҡ, ғәмәлдәре өсөн баһалары ҡәтғиерәк була башлай.
Ауырыған кешенең баш осонда 40 тапҡыр “Фатиха” сүрәһен уҡыһаң, ул кеше һауығып китергә мөмкин, тип өйрәтә дин.
Араҡы эскән кешенең доғаһы йәки намаҙы 40 көн дауамында ҡабул ителмәҫ, әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, доғанан, намаҙҙан туҡталып ҡалырға ярамай.
Әгәр ҙә мәйет алдына баҫып, был кешенең яҡшы әҙәм булыуы тураһында 40 мосолман геүаһлыҡ биреп торһа, Аллаһ тарафынан уның гонаһтары ғәфү ителергә мөмкин, тигәндәр ғалимдар.

“Әл-Әғраф” сүрәһенән.


Вернуться назад