Шиғриәттән йәнем ашлана04.08.2017
Шиғриәттән йәнем ашланаАҙандың ихлас моңо

Бер ишетеү менән хайран итте
Аҙан моңдарының тауышы –
Быуат төпкөлөнән ташып сыҡҡан
Мосолмандың йөрәк һағышы.

…Илаһи моң йәнем
Сафландырып
Күҙҙәремдең йәшен ҡойҙорҙо.
– Һеҙгә нисектер ул, –
миңә аҙан
Ихлас моң икәнен тойҙорҙо…

Изгелек

Изгелекте сәсеп үҫтерәйек,
Ҡурҡмайыҡ уны урыуҙан.
Изгелектең орлоҡтары – мираҫ
Бабайҙарҙан, нәҫел-ырыуҙан.
Сәсеп үҫтерәйек, үҙ күрәйек,
Күңелдәрҙе уға асайыҡ.
Кемдең әҙер әйтер йылы һүҙе,
Йә, әйҙәгеҙ, кемдән башлайыҡ?

Өмөт

Айым менән йондоҙом бар
минең –
Атыр таңым, балҡыр Ҡояшым.
Бөйөк хисем – Мөхәббәтем аша
Яңы ғына таптым юл башым…

…Яңылышы менән уңдырышлы!
Йондоҙ тыуҙырылған был Өмөт:
– Мин ултыртҡан шытым
бирмәҫенә
Шик тыуғаны әле юҡ кеүек…

– Мине гел барлыҡҡа,
ысынбарлыҡҡа,
Көрәштәргә өндәй был хисем:
Уның сикһеҙләнеп нурланышы
Таң Ҡояшы инде –
Был есем!

Ташлама

Ташлама һин, Хоҙай, ташлама!
Әҙәм ташлаһа ла, ташлама.
Өрфия йәндең моң сығарған
Тормошҡайы яңы башлана.

Ташлама
һин, Хоҙай,
ташлама!
Әҙәм ташлаһа ла, ташлама!
Йыр-моңомдан йәнем ашлана,
Ижад юлым яңы башлана.

Боҙландырма минең был йәнем,
Ғәфүҙәр ит, булһа гонаһым.
Хәйереңдән бер үк ташлама,
Мәрхәмәтең һал һин, Хоҙайым!

Ташлама һин, Хоҙай, ташлама,
Әҙәм ташлаһа ла, ташлама!
Шиғриәттән йәнем ашлана,
Ижад юлым яңы башлана.

Олуғ Пәйғәмбәрем – Рәсүл Мөхәммәт!

Эй, һин – минең олуғ
Пәйғәмбәрем –
Һинең иркең менән өммәтем.
Хозур асыҡ йөҙлө, хөр
фекерле –
Бар бер хаҡтыр минең милләтем.

Көсләмәнең кешеләрҙе үҙеңә:
– Минең динем яҡшы, кер
һин! – тип.
Тик көрәштең ҡурайшиттың*
күңеле,
Күңеле яҡтылыҡты күрһен! – тип.

Эй сәғәҙәт ҡеүәһенән төшкән
Шатлыҡ-һөйөнөстөң һөтө һин.
Мосолмандың дин вә шәриғәтен
Таратырлыҡ ерлек көсө һин.

Таш атҡанға
Моңло тауышыңдан
Изге аҙаныңды әйттең һин.
Ҡубарылған динһеҙ вә ҡомһоҙҙо
Хаҡ юлына атлар иттең һин!

Был изге юл – Аллаһымдан
төшкән
Нур һәм бар бер изге Мөхәббәт,
Һин илаһи заттың ҙур Илсеһе
Хаҡтыр –
Олуғ Рәсүл Мөхәммәт!

Ил иманы – моң илһам

Онотмаған арыу халыҡ
Бер ваҡыт та ил иманын.
Ер-Ғаләмдең һәр инсаны
Алған унан үҙ илһамын.
Ихтыярһыҙ урта ҡулдар
Илһам башы шишмәләрен
Бер аяуһыҙ типкеләгән,
Ә улары мыҫҡыллауға
Түҙәлмәйсә кипкеләгән,
Ҡай берҙәре күҙ алдында
Тыуған ерҙән киткеләгән…

…Күтәрелде арыу халыҡ:
Ил иманһыҙ – йәшәп булмай,
Выждан-намыҫ, тел-илһамһыҙ,
Бисмиллаһыҙ тамаҡ туймай.

– Үҙ-үҙенә ҡул һалырҙай
Хәлгә төшкән меҫкен халыҡ
Баш күтәрҙе ғәмһеҙләнеп,
Ятҡанына боҙоп холоҡ:
– Аҡ юл асты Ил Иманға –
Әсәләрҙең доғаһына,
Аталарҙың ҡиблаһына,
Тел шишмәһе –
Моң илһамға.
_______________
*Ҡурайшит – боронғо Мәккәнең бер ырыуы, пәйғәмбәребеҙ ҙә шул ырыуҙан.


Вернуться назад