Өммәт алдындағы яуаплылыҡ04.08.2017
– Ауылыбыҙҙағы имам-хатип үтә өлкән йәштә булғанлыҡтан, урынына “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән егетте ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Бының өсөн ни эшләргә кәрәк?
И. МАНСУРОВ.
Көйөргәҙе районы.

Башҡортостан мосолман­да­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләй­һис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Әгәр ҙә ки бергәләп юлға сығаһығыҙ икән, үҙ-ара кәңәшләшеп, берегеҙҙе етәксе итеп ҡуйығыҙ”, – тигән. Халҡыбыҙҙың “Һин дә – мулла, мин дә – мулла, атҡа бесән кем һала?” тигән әйтеме лә бар. Ошо аҡыл­дарҙан күренеүенсә, һәр урында етәксе һәм башҡарыусы булырға тейеш.
Диндәге юлбашсыларға килгәндә, имам-хатип та борон-борондан халыҡтың рухи етәксеһе, ғилемле, әхлаҡлы, тәрбиәле башлыҡ тип танылған, башҡа диндарҙар менән бер рәттән традицион Ислам нигеҙендә өммәтте хаҡ юлдан алып барған. Әле лә уға рухи ҡиммәтебеҙҙе һаҡлау йәһәтенән ҙур ышаныс бағлана. Шул уҡ ваҡытта имам-хатипҡа дин менән дәүләт араһындағы бәйләнеште нығытыу бурысы ла йөкмәтелгән. Ул мәсеттә вәғәз һөйләп кенә ултырырға түгел, ә гелән халыҡ араһында булып, аңлатыу эше алып барырға тейеш. Донъя көтөүе, кешеләргә мөнәсәбәте менән бүтәндәргә өлгө күрһәтеп йәшәргә бурыслы. Айырыуса йәштәрҙең тын алышын, төрлө йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлек маҡсатын белеүе мөһим. Ғөмүмән, имам-хатиптың хеҙмәте үтә ҡатмарлы.
Был вазифаға нисек тәғәйенләнеүенә килгәндә, уны тәүҙә райондың имам-мөхтәсибе урындағы хакимиәттең дин эштәре буйынса комиссияһы рәйесенә тәҡдим итә. Ике яҡ та риза икән, документ төҙөлөп, ҡултамғалар ҡуйылып, Диниә наза­ратының ҡарауына тапшырыла. Мөфтиәттең шәһәҙәтнамәһен алған кеше генә рәсми рәүештә имам-хатип тип таныла. Ул, тимәк, хеҙмәтен халыҡ, урындағы етәкселек, Диниә назараты, дәүләт менән берлектә, үҙ-ара кәңәшләшеп алып барырға тейеш. Белемен камиллаштырыу йәһәтенән иһә йыл да курстар үткәрелеп тора.
“Етәкселәрҙе ҡарағыҙ, уларҙың әйткәнен ҡабул ҡылығыҙ” тигән мәғәнәлә хәҙистәр әйткән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ысынлап та, юл күрһәтеүсегә күп нәмә бәйле. Ул аҡыллы, әхлаҡлы, хаҡ фекерле икән, барыһы ла яҡшы була. Мәсеткә һәр кем аҙна һайын имамдан яңы файҙалы мәғлүмәт ишетергә теләп килә. Тимәк, сығыш яһаусы хөтбә һөйләүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға тейеш. Халыҡты нимә ҡыҙыҡһындыра? Ниҙәр борсой? Мәсеттән күңелендәге һорауҙарына яуап табып сығырмы улар? Һөйләгәнеңде ҡабул итерҙәрме? Ышаныстарын аҡлай алырһыңмы? Үҙенә ошондай бихисап һорау бирергә бурыслы имам. Халыҡ өсөн Аллаһ алдында яуаплылыҡ тота ул. Шуға ла һәр һүҙҙе уйлап әйтергә, күңелдәрҙе үҫтерергә тейеш. Ғөмүмән, йома намаҙы мәлендә һөйләнелгән хөтбә – кешеләрҙе Ислам ғилеменә өйрәтеү йәһәтенән төп сараларҙың береһе. Уға әҙерләнеү еңел түгел. Һөйләгәндәрең хәҙерге заман талаптарына тура килергә, көнүҙәк мәсьәләләргә, бурыстарға ярашлы булырға тейеш. Мәҫәлән, айырыуса йәштәргә диндәге фанатизмдың, сиктән ашып китеүҙең хәүефлелеге, һәр яҡлап зыяны тураһында гел әйтеп торорға кәрәк. Әммә был хаҡта ҡыҙып, ярһып түгел, ә тыныс аңлатыу мөһим. Тауыш күтәреү, тупаҫлыҡ, кәмһетеү Исламға бөтөнләй ят. Аҡылға таянып, төптән уйлап, күңелдең иң тәрәндәге ҡылдарын тирбәтеп ебәрерлек итеп әйтә белеү зарур. Кеше күңеле игенлек кеүек. Унда изгелек орлоҡтары сәсәйек.
Ҡөрьән аяттарына аңлатма биреү, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошонан миҫалдар алыу, темаға ярашлы хәҙистәрҙе йыйып, тәфсир китаптары ярҙамында уларҙың мәғәнәһенә төшөндөрөү кеүек ғәмәлдәр хөтбәне ҡыҙыҡлыраҡ, фәһемлерәк итер, төрлө насар күренештәрҙән иҫкәртеү сараһы булып торор. Сығыштың йөкмәткеһен шулай уҡ айға, миҙгелгә ярашлы итеп төҙөү зарур. Ниндәйҙер теманы аңлап еткермәйһегеҙ икән, уға тотонмай тороғоҙ, тәүҙә ныҡлап өйрәнегеҙ. Хөтбәгә яҙып әҙерләнеү айырыуса отошло. Был алым хаталарҙан, дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙән, ҡабатлауҙарҙан аралар, үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тотоу мөмкинлеген бирер.
Йома намаҙҙарын ҡалдырмайыҡ, Аллаһ юлында кәңәшләшеп эш итәйек, изгелек орлоҡтары сәсеүҙә бергә булайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад